Донъя яңылыҡтары - 21.02.2018

Донъя яңылыҡтары - 21.02.2018 https://bash.news/news/35512_donya_yaylytary__21022018/?lang=bash
21 фев 2018, 19:47

Мысыр менән Рәсәй араһындағы авиабәйләнеште тергеҙеү апрель башына күсерелде. Самолеттар Ҡаһирәнән Мәскәүгә аҙнаһына өс рейс яһар тип көтөлә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2015 йылдың октябрендә Синай ярымутрауы өҫтөндә «Ҡағалымавиа» авиакомпанияһы самолеты һәләкәткә тарыны. Был фажиғә ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүенә килтерҙе.

ХХХ

Бөгөн иртән Перуҙа автобустың упҡынға тәгәрәүе һөҙөмтәһендә 30-лап кешенең ғүмере өҙөлгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәгә водителдең идара итеү һәләтен юғалтыуы сәбәпсе булған. Әле табиптар иҫән ҡалған 22 пассажирҙың һаулығы өсөн көрәшә. Ил президенты Педро Кучински мәрхүмдәрҙең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашҡан.

ХХХ

Ҡытайҙа Яңы йыл уңайынан квадрокоптерҙар ярҙамында яҡтылыҡ шоуы ойошторолған. Сағыу тамашаға быҫҡаҡлап ямғыр яуып тороуы ла ҡамасаулай алмаған. Һауаға бер юлы 300-ҙән ашыу пилотһыҙ осоу аппараттары күтәрелгән. Улар төрлө төҫтәргә сорналып урындағы халыҡты ҡытай телендә байрам менән ҡотлаған. Яңы йыл тантаналары илдә 16 көнгә һуҙылып, 2 мартҡа тиклем дауам итәсәк.

ХХХ

Алина Заһитова менән Евгения Медведева ҡышҡы олимпия уйындарында донъя рекордтары менән алмашты. Фигуралы шыуыуҙа Рәсәй ҡыҙҙары ҡыҫҡа программанан һуң тәүге ике урынды бүлешә. Иң тәүҙә жюри ағзалары Евгенияның сығышын 81,61 мәрәй менән баһалап, донъя рекордын яңыртты.Әммә бер нисә минуттан Алина Заһитова 82,92 балл йыйып тағы ла яҡшыраҡ күрһәткескә эйә булды. Был төрҙә олимпия чемпионы 23 февралдә асыҡлана.

Авторы: Илдар Байбулатов

Донъя яңылыҡтары - 21.02.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»