Баймаҡ районының урман хужалығы комплексында бөгөн 60 эшҡыуар үҙ хеҙмәтен булдырған

Баймаҡ районының урман хужалығы комплексында бөгөн 60 эшҡыуар үҙ хеҙмәтен булдырған https://bash.news/news/35608_bajma_rajonyny_urman_xuzhalyy_kompleksynda_bgn_60_eshyuar
23 фев 2018, 19:47

Уларҙын һәр алтынсыһы ағас эшкәртеү менән булыша. Бынан бер нисә йыл элек районда урман сәнәғәтселәре берлеге ойошторолдо. Ул эшҡыуарҙарға яңы мөмкинлектәр асты. Ошо көндәрҙә Башҡортостан урман хужалығы тармағы белгестәре төбәктең урман эшкәртеү сәнәғәте менән танышты.

Баймак урман сәнәғәтселәре берлеге үҙ сафына 27 эшҡыуарҙы туплаған. Төп йүнәлеш урмандарҙы ҡуртымға алып , төҙөлөш материалдарын етештереүгә кайтып кала. Ағас эшкәртеү һәм унан продукция алыу табышлы тармак булһа ла, урында уны отошло файҙаланыусылар әле бармак менән генә һынарлык.

Әле ауыл хужалығында кооперативтар төҙөү проблемаһы күтәрелә, ә урман сәнәғәтендә был процесс тамамланды. Хәҙер урман эшкәртеү өлкәһендә үҙ эшен аскандарҙын яны кимәлгә күтәрелеүе мөһим. Мәҫәлән, райондың Бетерә ауылында йәшәүсе ағалы ҡустылы Нәбиуллиндарҙын производствоһы былтыр халык ара кимәлгә сыға алды. Ошо тармакта 11 йыл эшләү дәүерендә бер тугандар әле әле ошондай юғары баскыска күтәрелде. Бөгөн уларҙын продукцияһын Польша, Америка һатып ала, шулай ук Рәсәй оборона министрлығы менән килешеү төҙөлгән. Хәҙер патрон, гильза, снарядтарҙы һаклауға элеккесә тәбиғи ағастан яһалған йәшниктәргә өҫтөнлөк бирелә. Производствола бөгөн миҙгеленә карап 50 кешегә тиклем эш урындары бар.

Урман хужалығы белгестәренең ошо көндәрҙә райондарға сығыуы айырым предприятиеларҙың эше менән танышыу түгел, етештерелгән төҙөлөш материалдарының сифатына ихтибар ине. Урман хужалығы өлкәһендә төҙөлгән кооперативтар ниндәй продукция тәкдим итә ала. Дөйөм алғанда төбәктәрҙә ыңғай һөҙөмтәләр бар, ләкин ул айырым һандарҙа ғына сағыла.

Мәңгелек урман темаһы бер ҡасан да үҙ актуаллеген юғалтмай.Уны яклау, һаклау проблемаһы, табыш алыу ҙа элек нисек көн каҙағында торған, бөгөн дә урындағы байлыктарҙың халык мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүе мөһим.

Авторы: Гөлнур Ишбулатова

Баймаҡ районының урман хужалығы комплексында бөгөн 60 эшҡыуар үҙ хеҙмәтен булдырған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна