Иглин районы мәктәптәренең өлкән синыф уҡыусылары бөгөндән үк Рәсәй ҡораллы көстәре сафын тулыландырырға әҙер

Иглин районы мәктәптәренең өлкән синыф уҡыусылары бөгөндән үк Рәсәй ҡораллы көстәре сафын тулыландырырға әҙер https://bash.news/news/35615_iglin_rajony_mktptrene_lkn_sinyf_uyusylary_bgndn_k_rsj_or
23 фев 2018, 20:05

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Иглин ауылы спорт комплексында «Йәгеҙ әле, егеттәр!» хәрби-спорт уйыны ойошторолдо. Финал этабында алты команда үҙ-ара көс һынашты, уларҙың һәр береһендә гүзәл заттар ҙа ҡатнашты.

Бәйге барышында әрме сафына саҡыраласаҡ егеттәрҙең физик әҙерлектәре лә тикшерелде. Улар Калашников автоматын һүтеп-йыйҙы. Егеттәр был йүнәлеш буйынса белемдәрен тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, физкультура дәресендә нығыта. Райондың икенсе мәктәбе уҡыусыһы Илнар Йыһаншин иң яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.

Авторы: Фәниә Юланова

Иглин районы мәктәптәренең өлкән синыф уҡыусылары бөгөндән үк Рәсәй ҡораллы көстәре сафын тулыландырырға әҙер

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна