Ҡурсаҡтар кәйефте күтәрә, төрлө сирҙәрҙән һәм уңышһыҙлыҡтан аялай, йортҡа ҡот килтерә

Ҡурсаҡтар кәйефте күтәрә, төрлө сирҙәрҙән һәм уңышһыҙлыҡтан аялай, йортҡа ҡот килтерә https://bash.news/news/35618_ursatar_kjefte_ktr_trl_sirrn_m_uyshylytan_ayalaj_jorta_ot
23 фев 2018, 20:10

Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе ҡул эштәре оҫтаһы Вәсилә Әхмәтова тап шундай фекерҙә.

Оҫта ҡуллы ханым Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се ҡала китапханаһында эшләп килгән «Илһам шишмәләре» түңәрәгенең әүҙем ағзаһы. Тормошҡа матурлыҡ аша баҡҡан ижадсы картиналар ҙа яҙа, балсыҡтан һындар әүәләй. Уның эштәре ҡала һәм район кимәлендә ойошторолған төрлө мәҙәни сараларҙы, күргәҙмәләрҙе биҙәй. Ҡурсаҡтарының кәүҙәһен дә кейемдәрен дә Вәсилә Әхмәтова үҙе тегә һәм әҙерләй. Күпселек осраҡта ижад өлгөләрен дуҫтарына, туғандарына бүләк итә.

Авторы: Гөлдәриә Йосопова

Ҡурсаҡтар кәйефте күтәрә, төрлө сирҙәрҙән һәм уңышһыҙлыҡтан аялай, йортҡа ҡот килтерә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна