Бөтәһе берәү, берәү бөтәһе өсөн!

Бөтәһе берәү, берәү бөтәһе өсөн! https://bash.news/news/35687_bte_ber_ber_bte_sn
22 фев 2018, 19:47

Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында бөгөн Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған «Зарница» уйындары ойошторолдо. Мәктәп эргәһендәге спорт майҙансығында бишенсе-ун беренсе синыф уҡыусылары үҙ-ара һынау тотто. Совет осоро балаларының яратҡан уйынында шулай уҡ Чечен республикаһында хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан ветерандар ҡатнашты.

Етеҙерәк, йылғырыраҡ. Был уйында һәр секунд иҫәптә. Командалағы һәр ҡатнашыусы алты этапты уңышлы үтергә тейеш. Автоматты тиҙлеккә һүтеп-йыйыу, сәпкә тигеҙеү, хәрбиҙәрсә сафта йөрөү. Ярышта ҡыҙҙар ҙа, егеттәр менән бер рәттән оҫталығын күрһәтте.

«Зарница» уйыны Ҡабаҡ ауылы мәктәбендә беренсе тапҡыр уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, егеттәр-ҡыҙҙар хәрби әҙерлектә. Улар уйын шарттары менән алдан танышып, флагтарҙы ла үҙҙәре әҙерләгән. Өс йәш категорияһына бүленгән ун өс команда араһында ярыш ҡыҙыу барҙы.

«Зарница» уйыны 250-ләп мәктәп уҡыусыһына физик яҡтан сәләмәт булыуҙы ғына түгел, шулай уҡ тарихты яҡшы белеүҙәрен талап итте.

Командаларҙың һынауҙар аша үтеүен әрме сафынан ҡайтҡан егеттәр, Чечен республикаһында хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан ветерандар күҙәтте. Улар шулай уҡ уйын барышында уҡыусылар менән йәнле әңгәмә ҡорҙо.

Ике сәғәткә һуҙылған уйын тамамланды. Шулай ҙа спорт майҙансығы шат балалар тауышынан тынманы. Мәктәп уҡыусылары һалдаттарса яланда бутҡа ашап, ҡайнар сәй менән һыйланды.

Уҡыусыларҙың «Зарница» уйыны менән ҡыҙыҡһыныуҙарынан сығып, мәктәп етәкселеге ярышты йыл да уҙғарырға иҫәп тота. Әйткәндәй, уларҙың үҙ-ара көс һынашыуын күреп, үҙҙәренең мәктәп йылдарын хәтергә төшөргән ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа был күренеште кинәнеп күҙәтте.

Авторы: Фәниә Юланова

Бөтәһе берәү, берәү бөтәһе өсөн!

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество