Өфөлә енәйәтсе ҡуртымға алған машинаны һатып ебәргән

Өфөлә енәйәтсе ҡуртымға алған машинаны һатып ебәргән https://bash.news/news/35700_fl_enjtse_urtyma_alan_mashinany_atyp_ebrgn
26 фев 2018, 15:36

Башҡортостан эске эштәр министрлығының матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 31 йәшлек Өфө ҡалаһының Сипайлово районы йәшәүсеһе ҡуртымға автомобиль алып уны интернет аша һатып ебәргән.

Өфөлә енәйәтсе ҡуртымға алған машинаны һатып ебәргән
Өфөлә енәйәтсе ҡуртымға алған машинаны һатып ебәргән

Автосалон етәксеһе полиция бүлегенә “Митсубиши-Лансер” машинаһы юғалыуы тураһында хәбәр иткәндән һуң эҙләү эштәре башлана. Енәйәтсе урлаған машинаны интернетта һатыуға ҡуя, түбән хаҡлы иномарканы алыусы тиҙ табыла. Шулай итеп ул тотола ла.

Мут ир-ат хөкөмгә тарттырыла, уға сыҡмау тураһында таныҡлыҡ яҙҙырыла. Автомобиль законлы хужаһына ҡайтарылды.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна