Аҙна яңылыҡтары. Рецептһыҙ бирелә торған медицина препараттарын магазинда һатырға тәҡдим итәләр

Аҙна яңылыҡтары. Рецептһыҙ бирелә торған медицина препараттарын магазинда һатырға тәҡдим итәләр https://bash.news/news/35701_ana_yaylytary_recepty_birel_toran_medicina_preparattaryn_
25 фев 2018, 23:44

Шул уҡ, аспирин, парацетамолдарҙы колбаса менән бергә һатыуҙары ихтимал. Был башланғысты ил хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Игорь Шувалов тәҡдим итә. Ниндәй маҡсаттан сығып эш итәлер дәүләт эшмәкәре, әммә дарыуҙарҙың кибеттәрҙә һатылыуы уңайлы тип ышандыра. Дарыуханалар селтәре был ниәткә ҡаршы сыға. Әгәр препараттар ябай кибеттә һатыла башлаһа, беҙҙең килем кәмей һәм ябылырға мәжбүр буласаҡбыҙ, тип хәүефләнә. Ул сағында табип рөхсәте менән генә бирелә торған дарыуҙарҙы эҙләп тапҡансы аяҡтан йығылыуын да ихтимал бит.

Авторы: Рәмзиә Кәримова-Байбулатова

Аҙна яңылыҡтары. Рецептһыҙ бирелә торған медицина препараттарын магазинда һатырға тәҡдим итәләр

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество