Аҙна яңылыҡтары. Мылтыҡ урынына уҡ-һаҙаҡ, ә керлинг снаряды түмәрҙән

Аҙна яңылыҡтары. Мылтыҡ урынына уҡ-һаҙаҡ, ә керлинг снаряды түмәрҙән https://bash.news/news/35703_ana_yaylytary_mylty_urynyna_uaa__kerling_snaryady_tmrn
25 фев 2018, 22:00

Бөрйәндәрҙең үҙ олимпиадаһы. Ләкин күпкә ғәҙелерәк һәм бысраҡ сәйәсәттән азат. Ә инде сәм, ярыш ҡомары яғынан бер ҙә генә ҡалышмай. Етмәһә дүрт йылға бер түгел, ә йыл да уҙа. Бына хәҙер дүртенсеһе.

Винтовкаң ары торһон. Егет-ҡыҙҙар өс саҡрым саңғыла шыуып килгәндән һуң мәргәнлеккә яндан уҡ ата - Ачери биатлон. Шорт-трек, хоккей, керлинг буйынса ла бында чемпиондар тәрбиәләнә. Ә барыһы ла 2014 йылда Сочиҙа үткән олимпиаданан һуң башлана.

Дүртенсе йыл рәттән Бөрйән районында донъя кимәлендә ойошторолған күләмле ярышҡа оҡшаш сара уҙғарыла. Ҡыпсаҡ уйындары белем усағы янындағы биләмәгә тотош ауыл халҡын йыя.

Рәсәй спортсыларының уңышлы сығышы - Әбделмәмбәт ауылы урта мәктәбе уҡыусыларында сәм уята. Үҙҙәре лә конькиға баҫып, сәкән һуға башлайҙар. Әле Пхенчанда барған уйындарҙы ла үҫмерҙәр ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Ил вәкилдәренең тулы составта бармауын ғына ауыр кисерәләр.

Ил хоккейсылары Кореяла еңеү артынан еңеү яулаған арала әбделмәмбәттәр араһында был спорт төрөндә чемпиондар билдәләнә. Ҡыпсаҡ олимпиадаһы сиктәрендә ойошторолған турнирҙа миҙалдар өсөн көрәш тә ҡыҙыу үтте.

Ирхан Үтәбаев, Әбделмәмбәт ауылы урта мәктәбе уҡыусыһы: «Күбеһенсә спорт каналынан хоккей ҡарарға яратам. Үҙебеҙҙең командабыҙға ышанам. Улар США-ны еңде, башҡа командаларҙы. Финалға үттеләр. Улар кубокты алырҙар тип уйлайым».

Керлинг буйынса Александр Крушельницкий ҙа Анастасия Брызгалова менән Рәсәйгә бронза миҙалдар яулап ҡыуандырғайны. Әммә шатлыҡ ҡына оҙаҡҡа барманы. Тағы ла допинг ҡулланыуҙа ғәйепләүҙәр китте.

Бөрйәндәр иһә илдең билдәле спортсыһына тулыһынса ышана - керлингта рөхсәт ителмәгән препараттар ҡулланып, майҙанға сығыуҙың кәрәге юҡ. Уйын үҙенә күрә ябай, артыҡ көсөргәнеш талап ителмәй,-тиҙәр. Әбделмәмбәт ауылында был спорт төрөн күптән өйрәнәләр. Һырғалаҡта сәп, махсус билдәләр төшөрөп, йыл һайын техниканы нығыталар.

Тимербулат Шәрипов, Әбделмәмбәт ауылы урта мәктәбе уҡыусыһы: Ҡағиҙәләр ябай, үҙебеҙсә, ҡыпсаҡса, бөрйәнсә уйнайбыҙ».

Зиннур Боҫҡонов, Әбделмәмбәт ауылы урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы «Керлинг - интеллектуаль уйын. Боҙҙағы шахмат уйыны тип әйтер инем. Бында уйлар кәрәк. Ниндәй көс менән икенсе команданың ташына төрттөрөргә һәм уны нисек итеп бәреп сығарырға».

Уйын яҡынса бер сәғәт дауам итә. Түмәр сәпкә, йәғни өйгә барып етһен өсөн команда ағзалары щеткалар ярҙамында уға уңышлы йүнәлеш билдәләй, тиҙлеген арттыра, йә кәметә.

Профессиональ спортта керлинг уйынында снаряд булараҡ гранит таш ҡулланыла. Ул бик ҡиммәт һәм яҡынса егерме килограмм тарта. Бөрйән түмәрҙәре иһә дүрт-биш тапҡырға еңелерәк. Шулай ҙа уйындың тәүмаҡсаты юғалмай. Бында ла боулингтағы кеүек теүәллек талап ителә.

Үҫмерҙәр уйын ҡоралын технология дәресендә үҙҙәре үк әҙерләй. Бының өсөн ни бары бысҡы, сүкеш һәм ишек тотҡаһы ғына кәрәк.

Ағас материал боҙҙа шыуһын өсөн уға бер нисә йомро башлы ҡаҙаҡ та ҡағыла. Әйткәндәй, таш снарядтар тиҙ ватыла, ә ҡайын түмәрҙәре ныҡлығы менән айырыла. Киләһе Ҡыпсаҡ уйындарында ла уларҙы ҡулланырға мөмкин.

Инсур Үтәбаев, Әбделмәмбәт ауылы урта мәктәбе директоры: «Сәләмәт йәшәү тормошон пропагандалау һәм илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында һәр ҡыш Олимпия уйындарын үткәрәбеҙ. Балалар үҙҙәре ҡорамалдарҙы, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы әҙерләй. Ошо спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү балаларҙы республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа еңеүгә алып килде».

Һуңғы ике йыл һөҙөмтәләренә ярашлы, Бөрйән районының Әбделмәмбәт урта мәктәбе ил буйынса ауыл ерлегендә спортты һәм физик культураны үҫтереүсе иң яҡшы белем усағы тип таныла. Тиҫтәләрсә спорт мастерҙарына кандидат әҙерләнә бында. Әйткәндәй, Ҡыпсаҡ уйындарында ла, Олимпиадалағы кеүек, судьялар составы етди, талаптар ҡәтғи. Бында сәмле көрәш бара. Ысын спорт, бысраҡ сәйәсәт юҡ. Кем белә, ошо бәләкәй генә боҙ майҙансығынан да Олимпия чемпиондары сыҡмаҫ тимә...

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Аҙна яңылыҡтары. Мылтыҡ урынына уҡ-һаҙаҡ, ә керлинг снаряды түмәрҙән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество