Башҡортостан прокуратураһы законһыҙ рәүештә шәхси милеккә алынған ике гектар ерҙе хакимиәткә ҡайтарҙы

Башҡортостан прокуратураһы законһыҙ рәүештә шәхси милеккә алынған ике гектар ерҙе хакимиәткә ҡайтарҙы https://bash.news/news/35713_bashortostan_prokuraturay_zakony_resht_shxsi_milekk_alyna
26 фев 2018, 17:23

2013 йылдың ғинуарында полиция хеҙмәткәре, умартасылыҡ менән шөғөлләнеү һылтауы менән, Өфө хакимиәтенән ҡала янындағы ике гектар ерҙе ҡуртымға ала.

Башҡортостан прокуратураһы законһыҙ рәүештә шәхси милеккә алынған ике гектар ерҙе хакимиәткә ҡайтарҙы
Башҡортостан прокуратураһы законһыҙ рәүештә шәхси милеккә алынған ике гектар ерҙе хакимиәткә ҡайтарҙы

Аҙаҡ, ерҙе үҙенә һатып алыр өсөн, территорияла 120 кв. метрлыҡ бина төҙөүе хаҡында ғариза бирә. Ысынында унда нигеҙ генә булған.

Ошо документ нигеҙендә, Өфө хакимиәте ерҙе 282 мең һумға һата. Ир 2 гектар ерҙе 16 өлөшкә бүлеп таныштарына һатып, таратып бөтә.

Суд, ер менән эшләнгән килешеүҙәрҙе законһыҙ тип таныны. Урындың кире муниципалитетҡа ҡайтарыуы хаҡында ҡарар сығарылды.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна