Хәйбулла районында 23-нән 24 -нә ҡараған төндә юғалған ике үҫмер ҡыҙ табылды

Хәйбулла районында 23-нән 24 -нә ҡараған төндә юғалған ике үҫмер ҡыҙ табылды https://bash.news/news/35761_xjbulla_rajonynda_23nn_24_n_araan_tnd_yualan_ike_mer_y_ta
26 фев 2018, 19:45

Туғандары уларҙы Әҙел ауылы эргәһендәге тау итәгендә тапҡан. Ҡыҙҙарҙың өлкәне һәләк булған, уның 14 йәшлек һеңлеһе дауаханала ята. Табибтар әйтеүенсә, бала ауыр хәлдә. Ҡыҙҙың умыртҡа һөйәгенең бил өлөшө имгәнгән, ҡулдары һәм аяҡтары туңған. Тәфтиш комитеты осраҡ буйынса тикшереү алып бара.

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комиеты идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға урынына тәфтишсе криминалистар юлланған. Суд-медицина һәм психолог-психиатрия экспертизалары тәғәйенләнгән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса тейешле процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.

Авторы: Гөлдәриә Йосопова

Хәйбулла районында 23-нән 24 -нә ҡараған төндә юғалған ике үҫмер ҡыҙ табылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество