Тәгәрмәсле зоопарк хайуандарҙы мыҫҡыл итеү урынына әйләнгән

Тәгәрмәсле зоопарк хайуандарҙы мыҫҡыл итеү урынына әйләнгән https://bash.news/news/35763_tgrmsle_zoopark_xajuandary_myyl_ite_urynyna_jlngn
26 фев 2018, 22:01

Республика буйлап сәйәхәт итеүсе йәнлектәр донъяһында йәнә тикшереүҙәр башланды. Был юлы ситлектәге насар шарттарға Благовещен ҡалаһында йәшәүселәр зарланды. Улар фекеренсә, күсмә зоопарктағы хайуандар ҡышҡы һыуыҡтарҙы бик ауыр кисерә, ә ҡайһы берәүҙәренә ветеринарҙар ярҙамы талап ителә.

Күсмә зоопарк хужаһы тикшереүселәрҙең даими килеүенә хәҙер инде күнегеп тә бөткән, күрәһең. Шуға ла уның һәр һорауға яуабы әҙер. Прививкаларҙың эшләнмәүен Владимир Айвазян йыртҡыс хайуандарға яҡын барырлыҡ түгел, тип аҡлана. Етмәһә, әлеге ваҡытта уларҙың ҡарығыу осоро. Әммә был йәнлектәрҙе насар шарттарҙа аҫрарға мөмкин тигәнде аңлатмай.

Зоопарктағы проблемалар иң беренсе билдәһеҙ ҡулланыусы тарафынан социаль селтәрҙә күтәрелә. Был яҙыу шунда уҡ Благовещенда йәшәүселәр тарафынан хуплау таба. Кемдер өсөн ауырыған хайуандар йәлләү тойғоһо уятһа, бәғзеләр уларҙы иреккә сығарыу тәҡдиме менән сығыш яһай. Ахыр сиктә, инициатив төркөм прокуратураға ялыу менән мөрәжәғәт итә.

Интернетта шау-шыу күтәрелә башлау менән хужалар хайуандарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртырға тырышҡан. Ҡайһыларының аҫтына һалам түшәлгән, яраланған йәнлектәр айырым ситлеккә бикләнгән. Әммә күп кенә хайуандар һаман да ауырыу көйөнсә балаларға шатлыҡ-ҡыуаныстар өләшергә мәжбүр.

Инициатив төркөм ялыуы буйынса прокуратура етди тикшереү үткәргә йыйына. Уның һөҙөмтәләре буйынса тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк. Ә был ваҡытта тәгәрмәсле зоопарк хужаһы хайуандарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртырға өлгөрөр. Бәлки, был эште ул үҙенән башлағандыр тип ышанғы килә.

Авторы: Илдар Байбулатов

Тәгәрмәсле зоопарк хайуандарҙы мыҫҡыл итеү урынына әйләнгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна