Ҡыштың һуңғы көнөндә, 29 февралдә Халыҡ-ара һирәк осрай торған ауырыуҙар көнө билдәләнә

Ҡыштың һуңғы көнөндә, 29 февралдә Халыҡ-ара һирәк осрай торған ауырыуҙар көнө билдәләнә https://bash.news/news/35770_yshty_uy_knnd_29_fevrald_xalyara_irk_osraj_toran_auyryuar
26 фев 2018, 19:03

Быйыл ул 28-нә ҡалдырылды.

Дата уңайынан Өфөлә «Тормошҡа юл» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы семинар ойошторҙо, унда Фабри, Гоше һәм башҡа ауырыуҙарҙы алдан диагностикалау һәм дауалау проблемалары күтәрелде. Конференцияға табиптар, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары һәм пациенттар саҡырылды. Статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, әлегә Башҡортостанда ете йөҙҙән ашыу кеше һирәк осрай торған сирҙәрҙән яфалана. Экология, йәшәү шарттарына бәйле яңы ауырыуҙар ҙа барлыҡҡа килә.

Михаил Кузнецов, «Тормошҡа юл» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы идаралығы рәйесе: «Әле донъяла һирәк осрай торған 7 мең сир иҫәпләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбеһе буйынса дауалау методикаһы уйлап сығарылмаған, дарыуҙар юҡ. Шулай ҙа был ҡатмарлыҡтарҙы еңергә тырышабыҙ. Республикала был йәһәттән ҙур эштәр башҡарыла. Шул иҫәптән беҙҙең ойошма ла ауыр диагнозлы пациенттарға инвалидлыҡ алыу буйынса ярҙам итә».

Семинарҙа ҡатнашыусы Фиҙәлиә Яковлева ла яҡынса ҡырҡ йыл Вильсон-Коновалов сире менән йәшәй. Табиптар уның үҙәк невры системаһы һәм эске органдарында кире үҙгәрештәр булыуын билдәләп, ошо диагнозды ҡуя. Хәйер, төрлө препараттар ҡулланыу һәм дөрөҫ дауаланыу һөҙөмтәһендә уның сәләмәтлеге йылдан-йыл яҡшыра.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Ҡыштың һуңғы көнөндә, 29 февралдә Халыҡ-ара һирәк осрай торған ауырыуҙар көнө билдәләнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд