Көндәр әле генә йылымай

Көндәр әле генә йылымай https://bash.news/news/35798_kndr_le_gen_jylymaj
27 фев 2018, 15:07

Иртәгә, 28 февралдә, Республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын.

Көндәр әле генә йылымай
Көндәр әле генә йылымай

Һауа температураһы республикала төндә -18, -23, аяҙытҡанда -28, көндөҙ -13, -18, урыны менән -8 градус һалҡын. Өфөлә төндә -21, -23, аяҙытҡанда -25, көндөҙ -13, -15 градус һалҡын булыуы күҙаллана. Алдағы ике көндөң һыуыҡ һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество