Кеҫә телефон операторҙары Рәсәй буйлап роумингты һүндерәләр

Кеҫә телефон операторҙары Рәсәй буйлап роумингты һүндерәләр https://bash.news/news/35802_ke_telefon_operatorary_rsj_bujlap_roumingty_nderlr
27 фев 2018, 16:08

2017 йылдың йәйендә үк Рәсәй эсендә төбәк-ара аралашыу өсөн күп аҡса сарыф ителеүе хаҡында һүҙ сыҡҡайны.

Кеҫә телефон операторҙары Рәсәй буйлап роумингты һүндерәләр
Кеҫә телефон операторҙары Рәсәй буйлап роумингты һүндерәләр

Декабрҙә, Элемтә һәм бәйләнеш министры Николай Никифоров, роуминг 2018 йылдың тәүге яртыһында уҡ юҡҡа сығарылырға тейеш, тип иғлан иткәйне.

Беренсе булып был аҙымға МТС операторы барҙы. 28 февральдан күпселлек тариф пландарында Рәсәй буйлап аралашыуҙың хаҡтары кәмей.

Бындай аҙымдарҙы тиҙҙән башҡа операторҙарҙан да көтөп ҡалабыҙ.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа