Торлаҡ һәм төҙөү артынан күҙәтеү Дәүләт комитетының коллегия ултырышы үтте

Торлаҡ һәм төҙөү артынан күҙәтеү Дәүләт комитетының коллегия ултырышы үтте https://bash.news/news/35806_torla_m_t_artynan_kte_dlt_komitetyny_kollegiya_ultyryshy_
27 фев 2018, 17:04

27 февраль Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Торлаҡ һәм төҙөү артынан күҙәтеү комитеты һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы.

Торлаҡ һәм төҙөү артынан күҙәтеү Дәүләт комитетының коллегия ултырышы үтте
Торлаҡ һәм төҙөү артынан күҙәтеү Дәүләт комитетының коллегия ултырышы үтте

Торлаҡ һәм төҙөү артынан күҙәтеү комитеты етәксеһе Илдар Шафиков билдәләүенсә, республикабыҙҙа 19 мең күп фатирлы йорттар урынлашҡан.

Комитет, Өфө ҡалаһының Совет, Орджоникидзе һәм Калинин райондарында планлаштырылған тикшереүҙәр уҙғарған. Совет районында 6274 хоҡуҡ боҙоу теркәлгән. Орджоникидзе районында был һан 1,5, ә Калинин районында 3 тапҡырға әҙерәк. Был хоҡуҡ боҙоуҙарҙың 108 генә әлеге ваҡытта төҙәтелмәгән.

Газ оборудованиелары менән ҡулланыу ваҡытында сыҡҡан авариалар күбәйеүе арҡаһында комитет был өлкәлә лә тикшереүҙәр үткәргән. Һөҙөмтәлә, торлаҡ етәкләгән компаниялар һәм шәхсән кешеләргә 223 административ тәртип боҙоу тураһында протокол төҙөлгән, уларҙың 88-е граждандарға. 623 хоҡуҡ боҙоуҙы юҡ итергә 482 иҫкәртмә яҙылған.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд