Рәсәй тимер юлдары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына поездарҙа бушлай йөрөү мөмкинлеге бирә

Рәсәй тимер юлдары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына поездарҙа бушлай йөрөү мөмкинлеге бирә https://bash.news/news/35849_rsj_timer_yuldary_bjk_vatan_uyshy_veterandaryna_poezdara_
28 фев 2018, 11:46

Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 73 йыл тулыу айҡанлы, май айында һуғыш ҡатнашыусылары һәм инвалидтары поезда бушлай үтеү хоҡуғына эйә буласаҡ.

Рәсәй тимер юлдары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына поездарҙа бушлай йөрөү мөмкинлеге бирә
Рәсәй тимер юлдары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына поездарҙа бушлай йөрөү мөмкинлеге бирә

Ветеранды оҙатыусы бер кешегә шундай уҡ мөмкинлек бирелә. Акция май айы буйына дауам итә, поезда йөрөү иҫәбе сикләнмәй.

Билеттарҙы бөгөндән юллай башларға була. Бының өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы йә инвалиды, шулай уҡ “Ленинградты обороналау өсөн” миҙалы алыу тураһындағы таныҡлыҡты күрһәтергә кәрәк.

Сит ил граждандарына СССР ваҡытында алынған таныҡлыҡты күрһәтергә кәрәк була.

Ветерандарҙан поездағы сервис өсөн дә аҡса алынмаясаҡ.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд