Рөстәм Хәмитов М-5 трассаһында теркәлгән юл-транспорт фажиғаһенә бәйле оператив кәңәшмә үткәрҙе

Рөстәм Хәмитов М-5 трассаһында теркәлгән юл-транспорт фажиғаһенә бәйле оператив кәңәшмә үткәрҙе https://bash.news/news/35861_voditel_fury_sprovocirovavshij_dtp_s_9_pogibshimi_v_iglin
28 фев 2018, 12:42

Кәңәшмә “тынлыҡ минуты”нан башланды. Республика Башлығы аварияла һәләк булған һәм зыян күргәндәрҙең ғаиләләренә матди ярҙам күрһәтергә ҡушты, вафат булғандарҙың ғаиләләренә ҡайғы уртаҡлашыу телеграммалары ебәрелде.

Шулай уҡ, Рөстәм Хәмитов автомагистралдәрҙә, ҡала һәм район юлдарында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һаҡлау буйынса контролде көсәйтергә кәрәклеген билдәләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө-Силәбе трассаһындағы кисә ҡот осҡос фажиғә булды. Өфөнән Уст-Ҡатауға юл алған “Мерседес Спринтер” микроавтобусы менән ауыр йөк машинаһы бәрелеште.

Фажиғәлә 9 кешенең ғүмере өҙөлә, тағы өс кеше ауыр хәлдә Әшә һәм Усть-Ҡатау дауаханаларында .

“Ман” йөк машинаһы водителенә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ул юл хәрәкәтенә ҡаршы сыҡҡан.

Рөстәм Хәмитов М-5 трассаһында теркәлгән юл-транспорт фажиғаһенә бәйле оператив кәңәшмә үткәрҙе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа