Шифалы үләндәр заводын кире төҙөүгә миллион һумдан ашыу аҡса йыйылды

Шифалы үләндәр заводын кире төҙөүгә миллион һумдан ашыу аҡса йыйылды https://bash.news/news/35868_v_bashkortostane_na_vosstanovlenie_fitocentra_gordeeva_so
28 фев 2018, 16:04

3 ғинуарҙан 4 ғинуарға ҡарата төнөн “Гардеев фитоүҙәге” ойошмаһының шифалы үләндәре һаҡланған бинала янғын сыҡҡайны.

Шифалы үләндәр заводын кире төҙөүгә миллион һумдан ашыу аҡса йыйылды
Шифалы үләндәр заводын кире төҙөүгә миллион һумдан ашыу аҡса йыйылды

Янғында 47 тонна тауар юҡҡа сыҡты. Заводҡа 200 млн һумлыҡ зыян килтерелгәйне.

Фажиғәнән һуң завод хужаһы Михаил Гордеев Башҡортостан халҡына ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Уға 143 кеше һәм ойошма яуап бирҙе. Ярҙам Башҡортостандан ғына түгел, Краснодар крайы, Донбасс, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларынан да килде. Рәсәй фәндәр академияһының Өфө биолоия институты һәм “Хуанди” медицина фиомаһы 600 мең һумлыҡ процентһыҙ бурыс бирҙе, 750 мең һум шәхси кешеләрҙән килгән.

Михаил Гордеев янғын ғәйепселәрен эҙләргә йыйынмай. Тәү сиратта үҙем ғәйепле, ти ул. Әлеге ваҡытта заводтың киренән сафҡа ҡайтыу процессы бара.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна