Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны https://bash.news/news/35957_vladimir_putin_federal_jyjylysha_jylly_mrzhtnam_menn_syys
01 мар 2018, 17:49

Мөрәжәғәтендә ул илдең төрлө проблемаларына иғтибар бүлде, киләһе ун йылға маҡсаттар билдәләне.

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны
Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

В.Путин үҙ сығышында илдең иҡтисади үҫеш проблемаларына ҙур иғтибар бүлде. “2000 йылда Рәсәйҙә 42 миллион кеше ярлылыҡ сигендә йәшәһә (был илдең 29% граждандары тигән һүҙ), 2012 йылға беҙ был һанды 10% тиклем түбәнәйттек. Әммә иҡтисади көрсөк арҡаһында ярлылылар тағы күбәйҙе. Бөгөн был мәсьәлә 20 миллион кешегә ҡағыла. Әлбиттә, был һан 2000 йылдағы кеүек 42 миллион түгел. Яңы Рәсәй тарихында тәүгегә минималь эш хаҡын йәшәү минимумына тиңләнек. Был норма 2018 йылдың 1 майынан эшләй башлаясаҡ.”, тине Владимир Путин.

Рәсәй Президенты шулай уҡ торлаҡ төҙөлөшөнөң яңы кимәлгә сығыуын билдәләне: “Әле беҙҙең илдә йыл һайын 80 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла. Беҙгә был һанды 120 миллион квадрат метрға еткерергә кәрәк. Әгәр беҙ йыл һайын 5 миллион ғаиләне фатирлы иткебеҙ килә икән, торлаҡты йылына 120 млн квадрат метр төҙөргә кәрәк”.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд