Рәсәй Президенты һайлауында Башҡортостандың 38 участкаһында яңы КОИБ-тар ҡуйыласаҡ

Рәсәй Президенты һайлауында Башҡортостандың 38 участкаһында яңы КОИБ-тар ҡуйыласаҡ https://bash.news/news/35987_rsj_prezidenty_ajlauynda_bashortostandy_38_uchastkaynda_y
01 мар 2018, 23:47

Уларҙың төп өлөшө Өфөлә һәм Өфө районында.

Был турала бөгөн Республика төбәк һайлау комиссияларының рәйестәре, секретарҙары менән үткәрелгән кәңәшмәлә белдерелде. Сарала Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко ҡатнаша. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, яңы КОИБ-тарҙан тыш, 2010 йылдан ҡулланылған һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ла урынлаштырыла, бөтәһе 181. Бер меңдән ашыу объект видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырыла, уларҙың 69-ы төбәк һайлау комиссиялары биналары. Һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн 6 махсуслашҡан һайлау участкаһы әҙерләнә. Шулай уҡ дауалау учреждениеларында, шифаханаларҙа ла гражданлыҡ бурысыңды үтәргә мөмкин. Сәйәси кампанияла күҙәтеүселәр эшен ойоштороуға ла етди иғтибар бирелә.

Евгений Шевченко, Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы: «Президент һайлауы барышында участкаларҙа Рәсәй һәм Башҡортостан йәмәғәт палаталарынан күҙәтеүселәр эшләй. Республиканан 10 мең күҙәтеүсе әҙерләнгән, улар һайлау барышында арбитрҙар буласаҡ».

Участкаларҙың дөйөм иҫәбе иһә 3 меңдән ашыу. 12 мартҡа тиклем йәшәгән урынынан ситтә тауыш бирергә теләүселәрҙән ғаризалар алына, уларҙы ҡабул итеү пункттарына һәм күп функциялы үҙәктәргә бирергә мөмкин. Һайлауға биналарҙы әҙерләүҙең дә үҙ тәртибе бар. Был юлы сәйәси компания яҙ үтә, үҙ сиратында юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, йылытыу системаһының төҙөклөгөн тикшереү мотлаҡ.

Авторы: Рәмзиә Кәримова-Байбулатова

Рәсәй Президенты һайлауында Башҡортостандың 38 участкаһында яңы КОИБ-тар ҡуйыласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа