Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында киңәйтелгән кәңәшмә үтте

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында киңәйтелгән кәңәшмә үтте https://bash.news/news/35988_bashortostandy_urman_xuzhalyy_ministrlyynda_kijtelgn_kshm
01 мар 2018, 22:47

Ултырышта йыллыҡ эштәргә йомғаҡ яһалды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.

Былтыр министрлыҡ эшмәкәрлеге урмандарҙы һаҡлау һәм яҡлауҙы үҫтереүгә, йәмәғәтселектең урманға булған ихтыяжын үтәү һәм урмандарҙың сифатын арттырыуға йүнәлтелгән. Ведомство йылды яҡшы һөҙөмтәләр менән уңышлы тамамлаған. 14 600 гектарҙа урман үҫтерелгән, 38 янғын сығыу осрағы туҡтатылған. Ҡыҙғанысҡа күрә, өс хеҙмәткәр менән үлемесле осраҡтан һуң йәшел ҡалҡан торошо пилотһыҙ аппараттар ярҙамында күҙәтеләсәк.

Волга буйы федераль округында ғына 131 мең гектар урман үҫтерелә. Башҡортостанда ла яңы урмандар булдырыуға, фондты арттырыуға ҙур иғтибар бүленә. Волга буйы федераль окуругының Урман хужалығы департаменты етәксеһе төбәктең урмансылары тырышлығын юғары баһаланы.

Александр Орнатский, Волга буйы федераль округының урман хужалығы департаменты етәксеһе: «Урман хужалығы өлкәһендә Башҡортостан үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән үтәне. Был фактты статистика мәғлүмәттәре һәм беҙ үткәргән тикшереүҙәр ҙә раҫлай. Башҡортостан урман үҫтереүҙә лидер булып ҡала».

Авторы: Гүзәлиә Борханова

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында киңәйтелгән кәңәшмә үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа