«Уралсиб» банкы бөгөндән «Уралкапиталбанк»тың зыян күргән аҡса һалыусыларына түләүҙәр ҡайтара башланы

«Уралсиб» банкы бөгөндән «Уралкапиталбанк»тың зыян күргән аҡса һалыусыларына түләүҙәр ҡайтара башланы https://bash.news/news/36005_uralsib_banky_bgndn_uralkapitalbankty_zyyan_krgn_asa_alyu
28 фев 2018, 20:47

Исемлектә 10 меңләп кеше иҫәпләнә. Страховкалау агентлығы белдереүенсә, һаҡлыҡтар буйынса 5 миллиард 900 миллион һумлыҡ аҡса ҡайтарыу ҡаралған. Аҡсаларын ҡайтарырға теләүсе граждандар иртә менән «Уралсиб» банкы офистарына килеп сират алды. Финансистар хафаланырға урын юҡ, һәр клиентҡа аҡса ҡайтарыласаҡ, тип тынысландыра.

Иртә менән үҙ иҫәптәрендә һаҡлыҡтары булған халыҡ «Уралсиб» банкы офистарына ағылды. Әммә сиратта халыҡ тыныс ҡына тора алмай. Улар араһында тауышланып тиҙерәк үҙ аҡсаһын ҡайтарырға теләүселәр ҙә табылды. Бер кемдең дә оҙайлы һаҡлауға һалынған аҡсаларын лицензияһыҙ ҡалған банкта ҡалдырғыһы килмәй.

Банк хеҙмәткәрҙәре граждандарға хәүефләнеү өсөн сәбәп юҡ тип белдерә. 6 миллиардтан ашыу аҡса Һаҡлыҡтарҙы страховкалау агентлығы тарафынан «Уралсиб» банкына күсерелгән. Бөгөндән башлап һәр клиент страховка осрағы буйынса 1 миллион 400 мең һум күләмендәге үҙенә тәғәйен депозиттарҙы алыу мөмкинлегенә эйә.

Зөлфиә Искәндәрова, клиенттарҙы хеҙмәтләндереү идаралығы етәксеһе: «Беҙҙең офистарға мөрәжәғәт итеүсе физик шәхестәргә ни бары төп документ - Рәсәй паспорты ғына кәрәк буласаҡ, ә шәхси эшҡыуарҙарҙан ИНН, ОГРН талап ителәсәк. Аҡсаларҙы он-лайн режимда ла күсерелә».

Граждандарҙан тыш, страховка буйынса ҡаралған сумманы ҡайтарыуҙарын һорап шәхси эшҡыуарҙар ҙа мөрәжәғәт итә ала. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, эшҡыуарҙар һаны йөҙкә яҡын. Уңайлыҡтар булдырыу маҡсатында банктың эш ваҡыты ла оҙайтылған.

Марат Мәмлиев, «Уралсиб» асыҡ акционерҙар йәмғиәте банкы филиалы идарасыһы: «Граждандарға уңайлы булһын өсөн «Уракапитал»дың вкладчиктары булған Өфө, Стәрлетамаҡ кеүек ҙур ҡалаларҙа беҙҙең офистарҙың эшләү ваҡыты оҙайтылды. Көн һайын иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске туғыҙға тиклем, шәмбе иртәнге ундан киске дүрткә тиклем ялһыҙ эшләйәсәкбеҙ».

Үҙәк банк 15 февралдә «Уралкапитал» банктың лицензияһын алды. Был датаға тиклем медиа көйләүсе тарафынан кредит учреждениеһына ҡарата һаҡлыҡҡа аҡсаларҙы алыуҙы туҡтатып тороу кәңәше бирелә. Әммә лицензяһыҙ ҡалдырылыуға банк хужаһының кредит хәүефен һәм бизнесын кредитлауҙы тейешенсә баһаламауы йоғонто яһаған.

Бөгөндән «Уралкапитал» банкындағы иҫәптәрендә аҡсалары булған клиенттар «Уралсиб» банкы аша һаҡлыҡтарын ҡайтара ала. Түләүҙәр 2018 йылдың 28 февраленә тиклем башҡарыла. Әгәр ҙә ошо ваҡытҡа алып өлгөрмәһәләр, уларҙың аҡсалары янмай. «Уралсиб» банкы етәкселеге халыҡҡа тыныслыҡ һаҡларға һәм һаҡлыҡтары өсөн борсолмаҫҡа саҡыра.

Авторы: Гүзәлиә Борханова

«Уралсиб» банкы бөгөндән «Уралкапиталбанк»тың зыян күргән аҡса һалыусыларына түләүҙәр ҡайтара башланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна