Ауыл өсөн иң мөһиме - белем усағы

Ауыл өсөн иң мөһиме - белем усағы https://bash.news/news/36009_auyl_sn_i_mime__belem_usay
28 фев 2018, 21:05

Дыуан районының Мәтәле ауылы халҡы урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса мәктәпкә тейешле ҡорамалдар, йыһаздар һатып алып капиталь ремонт эштәре башҡарған. Бөгөн мәктәп уҡыусылары йылы ашханала ҡайнар сәй, аш менән һыйлана. Урында йәшәүселәр быйыл да программала ҡатнашып, мәҙәниәт йортон ремонтларға ниәтләй.

Ашнаҡсыларға хәҙер уҡыусылар өсөн ҡайнатылған сәй, аш һыуыныр, тип хәүефләнәһе түгел. Махсус ҡоролма аш-һыуҙы йылы килеш һаҡларға ярҙам итә. Тамаҡ туҡ икән, тимәк, күңел дә көр тигәндәй, уҡыусылар ҡышҡы каникулдан һуңғы яңы үҙгәрештәргә шатланып бөтә алмай. Бер ниндәй сират юҡ. Урын бөтәһенә лә етә.

Йөҙ утыҙ уҡыусы белем алған мәктәптең ашханаһына өс тиҫтә йылдан ашыу ремонт эшләнмәгән. Шунлыҡтан иҙәндәр сереп, йыһаздар иҫкергән була. Ауыл халҡы урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына бер тауыштан белем усағына булышлыҡ итеү яғында тора. Конкурста еңеп сыҡҡас, 600 мең һумдан ашыу аҡсаға ремонт эшләнә, ишек, иҙәндәр алыштырыла.

Мәктәп етәкселеге алдағы йылдарҙа ошо уҡ программа буйынса ике ҡатлы бинаның ағас иҙәндәрен алыштырырға ниәтләй. Быйыл иһә Мәтәле халҡы конкурсҡа урындағы мәҙәниәт йортон тәҡдим иткән.

Ижади коллектив йыр-моң яратҡан ауыл халҡын аҙна һайын тиерлек концерттары менән һөйөндөрә. Әммә уҙған быуатта төҙөлгән мәҙәниәт йорто иҫкергән. Шуға ла сәхнәгә, тамашасы залына тейешле ремонт эштәре талап ителә.

Баян моңона иҫкергән иҙән шығырлауы ҡамасаулаһа ла халыҡ коллективы исемен йөрөтөүселәр көндәлек репетицияларын туҡтатмай. Әммә урында йәшәүселәр моң донъяһына сәйәхәттә, дәртле алҡыштарға ҡараңғы тамашасы залы һәм башҡа уңайһыҙлыҡтар ҡаршы була алмай тигән фекерҙә.

Авторы: Фәниә Юланова

Ауыл өсөн иң мөһиме - белем усағы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна