Донъя яңылыҡтары - 28.02.2018

Донъя яңылыҡтары - 28.02.2018 https://bash.news/news/36015_donya_yaylytary__28022018/?lang=bash
28 фев 2018, 21:02

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡышҡы олимпия уйындары еңеүселәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Көньяҡ Кореяла уҙған ярыштарҙа ватандаштарыбыҙ 17 миҙал, шул иҫәптән, ике алтын награда яуланы. Улар араһында Башҡортостандан Андрей Зубарев менән Семен Елистратов та бар. Яҡташтарыбыҙ II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» һәм Дуҫлыҡ ордендары менән бүләкләнде. Еңеүселәр шулай уҡ БМВ автомобилдәре асҡысы алып ҡыуанды.

ХХХ

Калугала федераль именлек хеҙмәте криминал эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе ҡулға алған. Тентеү ваҡытында 27 берәмек ҡорал, шул иҫәптән 15 Калашников автоматы табылған. Енәйәтсел төркөм асҡан лабораторияла шартлатҡыс ҡулайламалары һәм хәрби припастар етештерелгән. Хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан «Рөхсәтһеҙ ҡорал һатып алыу, һаҡлау һәм һатыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

ХХХ

Федераль таможня хеҙмәте билдәле брендтарҙың ювелир әйберҙәрен дәүләт сиге аша йәшерен үткәргән төркөмдө фашланы. Биҙәүестәрҙең дөйөм хаҡы 1 миллиард 200 миллион һумдан ашыу. Таможня мәғлүмәттәре буйынса, енәйәтсел төркөм алты йыл буйына законһыҙ эшмәкәрлек алып барған. Улар тауарҙы Италия, Израиль, Төркиә һәм Әзербайджандан ташыған. Ҡара схема сауҙа үҙәктәрендәге күләмле тикшереүҙәр барышында асыҡланған.

ХХХ

Чехияла киҙеүҙән 50 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был ҡайһы бер белем усаҡтарының карантинға ябылыуына килтергән. Урындағы һаулыҡ һаҡлау институты вәкилдәре йоғошло сирҙең тағы ла бер нисә аҙна һаҡланасағын күҙаллай. Ҡағиҙә булараҡ, вируслы инфекциялар эпидемияһы йылдың һыуыҡ осоронда башлана. Әле Европаның күп кенә илдәре Себер һалҡындары йоғонтоһонда ҡала.

ХХХ

Бөгөн Халыҡ-ара олимпия комитеты Рәсәйҙе йәнә үҙ ҡанаты аҫтына алды. Бындай ҡарар Көньяҡ Кореяла уҙған уйындарҙа алынған допинг-тестарҙы тикшереүҙе тамамлағандан һуң ҡабул ителде. Шулай итеп Рәсәй Олимпия комитетының ойошмалағы ағзалығы тергеҙелде. Был спортсыларға баҫымды кәметергә һәм киләһе уйындарҙа үҙ флагы аҫтында сығыш яһарға мөмкинлек бирә.

Авторы: Илдар Бабулатов

Донъя яңылыҡтары - 28.02.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»