Яман шеш менән сирле һәр өсөнсө кешелә йөрәк-ҡан тамырҙары сире барлыҡҡа килә

Яман шеш менән сирле һәр өсөнсө кешелә йөрәк-ҡан тамырҙары сире барлыҡҡа килә https://bash.news/news/36016_yaman_shesh_menn_sirle_r_sns_keshel_jrkan_tamyrary_sire_b
28 фев 2018, 19:45

Был хаҡта бөгөн Өфөлә кардиоонкология буйынса уҙғарылған ғилми-ғәмәли кәңәшмәлә билдәләнде. Химия һәм нур терапиялары менән дауалау һөҙөмтәһендә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына зыян килә. Ҡатмарлы сирҙән интегеүсе кардиологта даими күҙәтеүҙә булырға тейеш. Сит илдә ул яйға һалынған, рак менән ауырыусыны табиптар командаһы ҡарай.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә Рәсәйҙә тап йөрәк эшмәкәрлегенә зыян килеү сәбәпле, үлем осраҡтары күп, тип билдәләй Мәскәү белгестәре. Кардиоонкология буйынса кәңәшмә Өфөлә генә түгел, Рәсәйҙә тәүге тапҡыр ойошторолдо. Сарала шулай уҡ йөрәк яман шеше һәм уны дауалау алымдары тураһындағы һорауҙар ҡаралды.

Юрий Васюк, А. Евдокимов исемендәге Мәскәү дәүләт медик-стоматология университеты кафедраһы мөдире: «Химия терапияһы препараттарының йөрәккә тәьҫире көслө. Һөҙөмтәлә кеше онкологиянан түгел, йөрәк етешһеҙлегенән вафат була. Сит ил коллегалары иң тәүҙә яман шеш менән ауырыусының физиологик торошона баһа бирә, һуңынан ғына дауалау алымдарын ҡуллана. Ниндәйҙер кимәлдә беҙгә уларҙан өйрәнәһе бар».

Ирина Николаева, Башҡортостандың штаттан тыш баш кардиологы: «Йөрәк сирҙәре менән онкология бергә тура килгәндә хәл айырыуса киҫкенләшә. Проблема күптән бар һәм бөгөн беҙ уны бергәләп хәл итеү юлдарын ҡарайбыҙ. Кәңәшмәлә илдең алдынғы кардиологтары, хирургтары һәм онкологтары ҡатнаша. Кардиоонкология медицинала яңы йүнәлеш. Һуңғы 3-4 йылда уның буйынса эшләүселәр үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша».

Авторы: Рәмилә Исмәғилева

Яман шеш менән сирле һәр өсөнсө кешелә йөрәк-ҡан тамырҙары сире барлыҡҡа килә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество