Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында эшләп килгән Тирә-яҡ мөхиттең физик-химик бысраныуына экологик мониторинг уҙғарыу лабораторияһында дарыу етешетереүҙә ҡуллана торған химик матдәләр эшләп сығарыла

Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында эшләп килгән Тирә-яҡ мөхиттең физик-химик бысраныуына экологик мониторинг уҙғарыу лабораторияһында дарыу етешетереүҙә ҡуллана торған химик матдәләр эшләп сығарыла https://bash.news/news/36017_bashort_dlt_universitetyny_br_filialynda_eshlp_kilgn_tiry
28 фев 2018, 20:04

Ғалимдарҙың һуңғы асышы - ашҡаҙандың сей яраһын дауалауға тәғәйенләнгән препарат өсөн катализатор. Уның ярҙамында етештерелгән дарыу арзанға төшәсәк, тип ышана ғилми хеҙмәткәрҙәр.

Лабораторияла шулай уҡ эсәр һыуға сифатлы анализ яһала. Һыу составындағы 100-ләп компонент тикшерелә. Бөрө районындағы ятҡылыҡтарҙағы һыуға мониторинг сәләмәтлеккә шифалы шишмәләр барлығын асыҡларға ярҙам иткән. Ғалимдар керамика етештереүҙә нанотехнология уйлап тапҡан. Шулай уҡ автомобиль яғыулығы сифатын яҡшыртыу өсөн химик матдә - ацеталь сығарылған.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева

Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында эшләп килгән Тирә-яҡ мөхиттең физик-химик бысраныуына экологик мониторинг уҙғарыу лабораторияһында дарыу етешетереүҙә ҡуллана торған химик матдәләр эшләп сығарыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна