Туймазы районында бөгөн «Раймантау моңдары» тип исемләнгән гармунсылар конкурсы үтте

Туймазы районында бөгөн «Раймантау моңдары» тип исемләнгән гармунсылар конкурсы үтте https://bash.news/news/36022_tujmazy_rajonynda_bgn_rajmantau_modary_tip_isemlngn_garmu
28 фев 2018, 11:47

Биш тиҫтәнән ашыу гармунсы сығыш яһаған бәйге Туймазы районы кимәлендә генә ойошторолоуға ҡарамаҫтан, башҡа төбәктәрҙән дә ҡатнашыусылар булды.

Сәхнәнән заманса һәм халыҡ көйҙәре ағылды. Һәр гармунсының үҙ моңо, башҡарыу оҫталығы. Һирәк яңғыраған көй-моңдарҙы отоп алырға тырышыусылар ҙа, автомат рәүештә бармаҡтарын гармун күректәре буйлап йүгертеүселәр ҙә булды. Резеда Фәттәхова мәҫәлән, музыка ҡоралына бала саҡтан ғашиҡ.

Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә генә түгел, фойеһында ла ҡатнашыусылар береһен-береһе уҙҙырып гармун моңдарын һуҙҙы. Улар араһында оло быуын вәкилдәре лә күп ине.

Ә күптән түгел 90 йәшен билдәләгән Йәмил Хәсәнов иһә гармунды үҙе эшләгән. Матур булһын өсөн биҙәп тә алған. Төбәктә гармунсыны белмәгән, уның моңон ишетмәгән оло быуын вәкилдәре һирәктер.

«Раймантау моңдары» гармунсылар конкурсы быйыл икенсегә үтте. Сара район кимәлендә үтеүгә ҡарамаҫтан, Октябрьский ҡалаһы менән Бәләбәй районынан килеүселәр ҙә булды. Бәйгелә барлығы 48 кеше ҡатнашты. Гармунға ҡушып башҡорт милли уйын ҡоралы ҡурайҙа уйнаусылар ҙа булды.

Гармунсылар араһында был музыка ҡоралында уйнауҙың элек-электән килгән традицияларын һаҡлау һәм артабан үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Быны баһалама ағза­лары, бәйгеселәр үҙҙәре лә таный. Ә төбәк оҫта­ларының сығыштарында ғына күҙгә салынған үҙенсәлекте моң аша тамашасыларға еткереүсе Иҫке Туймазынан Фәрит Йыһаншин быйылғы конкурс еңеүсеһе тип билдәләнде.

Авторы: Азат Ғәлиуллин

Туймазы районында бөгөн «Раймантау моңдары» тип исемләнгән гармунсылар конкурсы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд