Башҡортостанда дәүләт хеҙмәтенә ҡабул итеү талаптары йомшарҙы

Башҡортостанда дәүләт хеҙмәтенә ҡабул итеү талаптары йомшарҙы https://bash.news/news/36041_bashortostanda_dlt_xemten_abul_ite_talaptary_jomshary
02 мар 2018, 16:45

Дәүләт хеҙмәтенә дәғүә итеүселәрҙең стаж талаптарын йомшартҡан ике закон 10 көндән үҙ көсөнә инәсәк.

Башҡортостанда дәүләт хеҙмәтенә ҡабул итеү талаптары йомшарҙы
Башҡортостанда дәүләт хеҙмәтенә ҡабул итеү талаптары йомшарҙы

Үҙгәрештәр, Республика парламенты депутаттарының 22 февраль уҙған пленар ултырышында ҡабул ителде, 27 февраль закондарға Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы, 1 март улар рәсми рәүештә баҫтырылды. Яңы закондар 10 көндән эшләй башлаясаҡ, тип Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙың матбуғат-хеҙмәте хәбәр итә

Яңы закондар киләһе үҙгәрештәрҙе индерә: дәүләт гражданлыҡ хеҙмәтенең юғары вазифалары өсөн –дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте йәки муниципаль хеҙмәт стажы, йә иһә һөнәр буйынса эш стажы 4 йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш (быға тиклем ярашлыса 6 йыл һәм 7 йыл ине). Баш вазифалар өсөн – дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте йәки муниципаль хеҙмәт стажы, йә иһә һөнәр буйынса эш стажы 2 йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш (быға тиклем ярашлыса 4 йыл һәм 5 йыл ине). Әйҙәүсе, өлкән һәм бәләкәй вазифалар өсөн – хеҙмәт стажына талаптар ҡуйылмай (элек алдынғы вазифа биләр өсөн 2-4 йыл хеҙмәт итергә кәрәк ине). Муниципаль хеҙмәткә лә шул уҡ үҙгәрештәр ҡағыла.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд