Йылайырҙа альпинистар әҙерләнә

Йылайырҙа альпинистар әҙерләнә https://bash.news/news/36053_jylajyra_alpinistar_erln
02 мар 2018, 18:27

Район үҙәгендә ҡаяға үрмәләү күнекмәләре үткәреү өсөн махсус тренажер урынлаштырылды. Ул ике һыҙаттан тора. Бейеклеге 8 метр. Урындағы мәҙәниәт һарайынын спорт залында асылған түңәрәктә әле 30-лап үҫмер шөғөлләнә. Йылайыр Башҡортостандың иң ҙур райондарының береһе. Хозур тәбиғәтле төбәктә йылдан-йыл турист маршруттары ла арта. Тыуған яҡтың матурлығын күреү өсөн әлбиттә, ҡаяға үрмәләү тәжрибәһе лә булырға тейеш, тигән фекерҙә түңәрәктә шөғөлләнеүсе йәштәр.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин

Йылайырҙа альпинистар әҙерләнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна