18 мартта республикала өс меңдән ашыу һайлау участкаһы эшләйәсәк

18 мартта республикала өс меңдән ашыу һайлау участкаһы эшләйәсәк https://bash.news/news/36080_18_martta_respublikala_s_medn_ashyu_ajlau_uchastkay_eshlj
02 мар 2018, 21:59

Тауыш биреү урындары башлыса, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында урынлашасаҡ. Бөгөн уларҙың бер нисәүһе менән Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко танышты. Әле һайлау участкалары тимер рамкалары һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырыла.

Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында урынлашҡан һайлау участкаһында тимер рамкалар ҡуйыла. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе ҡоролма

федераль контракт буйынса республикаға ҡайтарылған. Килешеүгә ярашлы, яҡын көндәрҙә төбәккә ошондай тағы ла 267 рамка киләсәк. Бындай эштән Башҡортостан да ситтә ҡалмаған. Урындағы ҡаҙна иҫәбенә тимер эҙләүсе 263 ҡоролма һатып алынған.

Был ҡоролмалар һайлау үткәндән һуң республикала ҡала. Уларҙы белем биреү йорттарында, дауаханаларҙа һәм башҡа урындарҙа ҡулланырға мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ һайлау участкалары видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырыла.

Һайлау көнөндә инвалидтар өсөн дә тейешле шарттар тыуҙырыласаҡ. Улар гражданлыҡ бурысын үтәй алһын өсөн Өфөлә ике махсус участка асылған. Бының өсөн медицина колледжы алдында тауыш сығарыусы светофор ҡуйылған, ишек алды пандус менән йыһазландырылған һәм башҡа уңайлыҡтар ҡаралған.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы участкаларҙың халыҡты ҡабул итеүгә әҙер булыуын билдәләне. Ул 18 мартҡа тиклем ваҡыт бар, шуға ла республика һайлауҙы һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә ойошторор тигән ышаныс белдерҙе.

Рәсәй президентын һайлауға ике аҙна самаһы ваҡыт ҡалып килә. Әле республиканың ике типографияһында тауыш биреү бюллетендәрен сығарыу тамамланыу алдында. Улар һәр ваҡыттағыса, башҡорт, рус һәм татар телдәрендә баҫыла.

Авторы: Илдар Байбулатов

18 мартта республикала өс меңдән ашыу һайлау участкаһы эшләйәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна