Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында тәүге балалар баҡсаһы асылды

Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында тәүге балалар баҡсаһы асылды https://bash.news/news/36082_dyuan_rajonyny_ike_xlil_auylynda_tge_balalar_basay_asyldy
02 мар 2018, 20:02

Унда әлегә тиклем мәктәпкәсә учреждение бер ваҡытта ла булмаған. Ауыл халҡы төбәктә йәштәрҙең күпләп төпләнеүенән сығып, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына балалар баҡсаһын булдырыу тәҡдиме менән сыға. Һөҙөмтәлә ауыл мәктәбенең бер өлөшөндә мәктәпкәсә учреждение асыла. Ремонт эштәре өсөн республика бюджетынан бер миллион һум аҡса бүленә, ҡалғанын ауыл халҡы, эшҡыуарҙар йыя.

Бәләкәстәр өсөн балалар баҡсаһында көн дә байрам. Йәнең теләгән уйынсыҡ бар, йыр-бейеү, ҡыҙыҡлы уйындар. Бынан ары ауыл балаларына бергә уйнап кинәнән ала. Улар бөтә уңайлыҡтары булдырылған иркен, яҡты бүлмәлә шөғөлләнә.

500-гә яҡын кеше йәшәгән Иҫке Хәлил ауылында бер ҡасан да балалар баҡсаһы булмаған. Әммә уның кәрәклеген иҫәпкә алып, урында йәшәүселәр был мәсьәләне күтәреп сыға. Һөҙөмтәлә, мәктәптең бер өлөшө бөгөн шат балалар тауышына күмелә.

Ярты йыл элек кенә бында башланғыс синыфтар белем алған. Тейешле ремонт эштәренән һуң, беренсе бүлмәлә балалар уйнай, икенсеһендә йоҡлай. Әлеге ваҡытта төркөмдә 18 бала, әммә уларҙың һаны тағы ла артыр тип көтөлә. Сөнки күрше Хәлил ауылынан да балаларын йөрөтөргә теләүселәр бар.

Социаль объект булдырылыуы йәш Ыласыновтар ғаиләһе өсөн икеләтә ҡыуаныслы. Олеся ханым балалар баҡсаһына тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшкә урынлашҡан. Төркөмгә шулай уҡ ике ҡыҙы ла йөрөй. Ә мәктәптә, күрше кабинетта ғына улы уҡый.

Ысынлап та, тәрбиәселәр әйтеүенсә, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы әҙерләү төркөмөндә кескәйҙәр күҙгә күренеп үҫешә. Берәүһе йырлаһа, икенсеһе шиғыр ятлай.

Төркөмдә балалар менән саф башҡортса һөйләшәләр. Көндәлек режим, тәртип.

Мәктәп етәкселеге лә алдынғы ҡарашлы уҡыусылар тәрбиәләүҙә балалар баҡсаһының роле ҙур буласағына өмөтләнә.

Ә 22 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһында бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.

Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында тәүге балалар баҡсаһы асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество