Бер нисә сәғәт элек М5 трассаһында микроавтобус менән йөк транспорты бәрелешеүе һөҙөмтәһендә 9 кешенең ғүмере өҙөлдө

Бер нисә сәғәт элек М5 трассаһында микроавтобус менән йөк транспорты бәрелешеүе һөҙөмтәһендә 9 кешенең ғүмере өҙөлдө https://bash.news/news/36090_ber_nis_st_elek_m5_trassaynda_mikroavtobus_menn_jk_transp
27 фев 2018, 23:59

Республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, киске сәғәт алтынсылар яртылар тирәһендә МАН менән «Мерседес Спринтер» бәрелешә. Билдәле булыуынса, автобус Өфөнән Усть-Катавҡа китеп барғанда аварияға тарый. Уның салонында 12 пассажир ултырған.Әле фажиғә урынында хәбәрсебеҙ Айнур Кәбиров эшләй. Ул һуңғы яңылыҡтар менән таныштыра.

Иглин районындағы авария тураһында мәғлүмәт кисекмәҫтән Башҡортостан башлығына еткерелгән. Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә. Юл һәм ашығыс хеҙәмттәргә һәләк булған пассажирҙарҙың туғандарына ярҙам итеүҙе ойоштороға ҡушҡан.

Авторы: Айнур Кәбиров

Бер нисә сәғәт элек М5 трассаһында микроавтобус менән йөк транспорты бәрелешеүе һөҙөмтәһендә 9 кешенең ғүмере өҙөлдө

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна