Бөгөн иртән террорсылар «Өфө» халыҡ-ара аэропортында «Airbus A321» самолетын баҫып алды

Бөгөн иртән террорсылар «Өфө» халыҡ-ара аэропортында «Airbus A321» самолетын баҫып алды https://bash.news/news/36093_bgn_irtn_terrorsylar_f_xalyara_aeroportynda_airbus_a321_s
27 фев 2018, 20:20

Илдең башҡалаһына осорға йыйынған һауа судноһы бортонда 46 пассажир һәм 6 экипаж ағзаһы була.

Террор ғәмәлен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән команда-штаб уҡыуҙары барышында шартлы енәйәтселәр аманатҡа алыныусыларҙың ғүмерҙәре менән ҡурҡытып өс миллион доллар һәм Сүриәгә ҡасыу өсөн самолет таптыра. Махсус ойошторолған оператив штаб тарафынан алып барылған һөйләшеүҙәр ваҡытында террорсылар кешеләргә ҡарата ут аса. Һөҙөмтәлә бер экипаж ағзаһы һәләк була, тағы ла өс пассажир тән йәрәхәттәре ала. Террорсыларҙың артабанғы һөйләшеүҙәрҙән баш тартыуын иҫәпкә алып штаб етәкселеге самолетты ҡаты һөжүм менән баҫып алырға ҡарар итә. Хәрби сара барышында шартлы енәйәтселәр юҡ ителеп, аманатҡа алыныусылар иреккә сығарылыла. Ә инде самолетта табылған шартлатыу ҡоролмалары зарарһыҙландырыла.

Авторы: Илдар Байбулатов

Бөгөн иртән террорсылар «Өфө» халыҡ-ара аэропортында «Airbus A321» самолетын баҫып алды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа