Заманса хоҡуҡи дәүләттә һайлау процесы

Заманса хоҡуҡи дәүләттә һайлау процесы https://bash.news/news/36094_zamansa_xoui_dltt_ajlau_procesy
27 фев 2018, 20:15

Баш ҡалала Рәсәй Президенты һайлауы үҙенсәлектәренә арналған фәнни-ғәмәли конференция эш башланы. Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһы ойоштороған сара йәштәрҙе конституцион бурыстарын үтәү, тауыш биреү мәлендәге хоҡуҡи яңылыҡтар меенән таныштыра.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, һайлау ҡағиҙәләре, йылдам үҫешкән технологиялар заманында, иң йыш үҙгәреп торған ҡануниәт. Күптәребеҙ һәр гражданин белергә тейеш закондарҙы ла белмәй. Шуға күрә электорат сәйәси системаны, һайлау процесындағы яңылыҡтар менән таныш булырға тейеш.

18 март - Рәсәй Президенты һайлауҙарына ла байтаҡ яңылыҡ индерелде. Хоҡуҡи йәһәттән дә, технологиялар өлкәһендә лә үҙгәрештәр бар. Был иһә тауыш биреүгә йәштәрҙе лә күберәк йәлеп итер, тип ышана белгестәр.

Авторы: Айнур Кәбиров

Заманса хоҡуҡи дәүләттә һайлау процесы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа