Рәсәй Президентын һайлау көнөндә Башҡортостанда 10 мең 300 күҙәтеүсе эшләйәсәк

Рәсәй Президентын һайлау көнөндә Башҡортостанда 10 мең 300 күҙәтеүсе эшләйәсәк https://bash.news/news/36095_rsj_prezidentyn_ajlau_knnd_bashortostanda_10_me_300_ktese
27 фев 2018, 21:35

Был турала бөгөн Республика Йәмәғәт палатаһының киңәйтелгән ултырышында әйтелде. Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикалағы 3 мең 435 һайлау участкаһының һәр береһендә кәмендә 3 йәмәғәт күҙәтеүсеһе эшләйәсәк. Уларҙан тыш, кандидатын күрһәткән һәр партия, һайлауға үҙаллы сыҡҡандарҙың да күҙәтеүселәре буласаҡ. 18 март - Һайлау көнөндә ситтә командировкала йәки дауахана-шифаханаларҙа булғандар әленән үк күп функциялы үҙәк аша башҡа ерҙә һайлаясағы тураһында ғариза бирә ала.

Рәсәй Президентын һайлау көнөндә Башҡортостанда 10 мең 300 күҙәтеүсе эшләйәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа