Донъя яңылыҡтары - 27.02.2018

Донъя яңылыҡтары - 27.02.2018 https://bash.news/news/36097_donya_yaylytary__27022018/?lang=bash
27 фев 2018, 19:42

Иртәгә Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡышҡы олимпия уйындары еңеүселәренә дәүләт наградалары тапшырасаҡ. Көньяҡ Кореяла уҙған ярыштарҙа ватандаштарыбыҙ 17 миҙал, шул иҫәптән ике алтын награда яуланы. Пьедесталдың юғары баҫҡысына фигуралы шыуыусы Алина Зиһитова менән Рәсәй хоккейсылары күтәрелде. Кисә Рәсәй спортсылары самолет менән Мәскәүгә ҡайтты. «Шереметьево» аэропортында уларҙы яҡындары һәм бик күп көйәрмәндәр ҡаршы алды.

ХХХ

Уҙған төндә Пермь крайы Чусовой ҡалаһында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл осрағы буйынса тәфтишселәр енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Ҡот осҡос фажиғәгә бүләмәләрҙең береһендә һүндерелмәй ҡалған электр плитәһе сәбәпсе булыуы ихтимал. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, биш ҡатлы ятаҡта сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә 6 кешенең, шул иҫәптән өс баланың ғүмере өҙөлдө. Тағы ла 11 кеше Чусовой һәм Пермь ҡалалары дауаханаларына оҙатылған.

ХХХ

Бөгөн Украинаның Юғары Радаһы алдындағы митингта кәмендә 14 көс структураһы хеҙмәткәре зыян күргән. Ҡаршылыҡ акцияһы Михаил Саакашвилиның "Яңы көстәр хәрәкәте" тарафынан ойошторолған. Оппозиция яҡлылар үҙҙәрен агрессив тотоп, Рада спикеры Андрей Парубийҙың митингта ҡатнашыусыларға сығыуын талап итә. Һуңынан улар парламент бинаһын баҫып алырға маташа.

ХХХ

Рәсәй сит илдәргә юғары хаҡ менән газ оҙатыу күләмен арттырған. Быға Европала һауа торошоноң кинәт һалҡынайтыуы булышлыҡ иткән. Артик циклон һөҙөмтәһендә күп кенә ҡалаларҙа транспорт хәрәкәте туҡтаған. Һуңғы тапҡыр бындай күренең ярты быуат самаһы элек теркәлгән.

Авторы: Илдар Байбулатов

Донъя яңылыҡтары - 27.02.2018

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Отметим День студента вместе!
В Уфе пройдет мемориальный концерт «Свеча памяти Холокоста»