Яңы двигатель ижад иттем

Яңы двигатель ижад иттем https://bash.news/news/36100_yay_dvigatel_izhad_ittem
27 фев 2018, 20:09

Йылайыр районында йәшәүсе Рифҡәт Вәхитов шундай фекерҙә.

Һүҙҙәрен ул күп һанлы иҫәпләүҙәре менән ҡеүәтләй. Двигателдең схемаһын да һыҙған. Эске яныу төрөнә ҡараған мотор бөтә төр яғыулыҡта ла эшләйсәк. Әлегеләренә ҡарағанда күпкә ҡеүәтлерәк буласаҡ, тип иҫәпләй һәүәҫкәр уйлап табыусы. Асышының серен тулыһынса асыҡлап еткермәй, патентлап өлгөрмәгән. Уйлап тапҡан двигателе лә әле бары тик ҡағыҙҙа ғына. Оҫта уның тәжрибә өлгөһөн быйыл яҙ эшләп ҡарарға иҫәп тота. Машинаны яңы төр двигателгә күсереү өсөн ни бары өс сәғәт ваҡыт талап ителәсәк. Әлеге эшләп килгән моторҙарҙы ла бер нисә деталде алмаштырыу менән камиллаштырырға мөмкин, ти оҫта.

Рифҡәт Вәхитовтың асышы тураһында беҙ Башҡорт Дәүләт аграр университетының Механика факультеты уҡытыусыларына ла күрһәтеп аңлатма биреүҙәрен үтендек. Техник фәндәр докторы Профессор, башҡортост ан фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы Радик Бәширов Йылайыр оҫтаһының асышында яңылыҡ тапманы. Авторға ул фекерҙәрен системаға килтерергә кәңәш итте.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин

Яңы двигатель ижад иттем

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна