Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостанда урман янғындарын йыһандан күҙәтеү үҙәге барлыҡҡа киләсәк

Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостанда урман янғындарын йыһандан күҙәтеү үҙәге барлыҡҡа киләсәк https://bash.news/news/36163_ana_yaylytary_bashortostanda_urman_yanyndaryn_jyandan_kte
04 мар 2018, 23:59

Был турала Республика башлығы Өфөлә, Волга буйы федераль округының урман ресурстарын файҙаланыу, һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Сарала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Урман хужалығы буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Иван Валентик ҡатнашты.

Йыһан мәғлүмәттәрен ҡабул итеү һәм эшкәртеү үҙәген булдырыу өсөн ҙур сығымдар кәрәкмәй. Бындай мөмкинлектәр Өфө дәүләт авиация техник университетында күптән бар. Юғары уҡыу йорто бер нисә йыл элек йыһанға үҙ юлдашын осорҙо. Республика башлығы үҙәк мөмкинлектәрен урман янғындарын күҙәтеүҙә ҡулланырға тәҡдим итте. Ул Башҡортостан өсөн генә түгел, Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәре өсөн дә бик уңайлы буласаҡ.

Михаил Бабич әйтеүенсә, 2015 йылдан урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа урман ресурстары менән ҡулланыу мөмкинлектәре киңәйтелгән. Йәшел фондты иҫәпкә ҡуйыу тәртипкә һалынған, ә бына күҙәтеү менән бәйле проблемалар бар. Мәҫәлән, ағасты шәхси ихтыяж, хужалыҡта ҡулланыу өсөн алыусыларҙың тик бер өлөшө маҡсатҡа ярашлы файҙалана, ҡалғандары һатыуға сығара.

Урман ресурстарын дөрөҫ ҡулланғанда йылына 100 миллиард һум тирәһе табыш алырға мөмкин, әле иһә эшкәртеүҙән һәм һалымдан ҡаҙнаға 10-15 миллиард тирәһе генә килем инә. Әле урманды яңыртыу, тергеҙеү эше лә һүлпән алып барыла. Ҡуртымға алыусы эшҡыуарҙар үҙ кеҫәһенә генә ҡайғырта, киләсәк хаҡында уйламай, тиелде кәңәшмәлә.

Авторы: Айнур Кәбиров

Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостанда урман янғындарын йыһандан күҙәтеү үҙәге барлыҡҡа киләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд