Аҙна яңылыҡтары. Урманыбыҙҙы кем һаҡлар?

Аҙна яңылыҡтары. Урманыбыҙҙы кем һаҡлар? https://bash.news/news/36164_ana_yaylytary
04 мар 2018, 22:59

Һуңғы арала Кроношпан исемле дошман уйлап сығарҙыҡ та, шуның менән булашып, көрәшеп тик ятабыҙ. Йәнәһе лә улар тик серегән, йығылған ағастарҙы, бысҡы онтаҡтарын, ҡалдыҡтарҙы ғына ҡабул итергә тейеш ине, ә ысынбарлыҡта урмандың затлыһын ғына эшкәртеп ситкә оҙаталар. Дөрөҫ, ҡабул итә, ә алып килгәстәр нишләһендәр? Ә кем алып килә һуң, затлы ағастарҙы? Шул уҡ үҙебеҙҙең эшҡыуарҙар бит. Йәғни үҙ ҡулыбыҙ менән үҙ байлығыбыҙҙы алып барып тапшырабыҙ. Сөнки, урманды эшкәртеүгә ҡарағанда шул килеш олаҡтырып еңел аҡса эшләү юлын өйрәнеп алдыҡ. Хәҙер бит ағастың эшлеклеһен генә түгел, сүп-сарын, сереген дә ҡабул итәләр бит. Хатта ботаҡтар ҙа китеп ултыра. Һәм иң әсендергәне - еңел аҡса артынан ҡыуып үҙ йүнселдәребеҙ һирәк, ҡурсалауға мохтаж ағастарҙы ла ҡыралар. Кем ғәйепле һуң был осраҡта? Предприятиемы әллә үҙебеҙме? Киләсәкте беҙҙең урынға ситтән килгән капиталистар уйларға тейеш түгелдер бит инде? Юҡ, барыбыҙ ҙа улай ғәмһеҙ тимәйем. Бар ул яңы барлыҡҡа килгән предприятиены үҙ файҙаһына ҡулланып, урмандарҙы сүп-сарҙан таҙартып аҡса эшләүселәр.

Нуриман районы умартасылары ҡара уйға ҡалған. Төбәктә йүкә урмандары юҡҡа сыға. Шифалы бал сығанағы булған ағастарҙы ҡырып тигәндәй машинаға тейәп Өфө районындағы ағас эшкәртеү предприятиеһына оҙаталар ти улар. Шаулап үҫкән йүкәлектән ҡола ялан тороп ҡалған.

Нуриман, Иглин һәм Архангел йүкәлектәргә бай райондар. Шуға ла был төбәктәрҙе умартасылар үҙ итә. Республика урман хужалығы министрлығында бал сығанаҡтары закон менән яҡланған тигән ҡараш белдерәләр.

Бал ҡорто ҡараусылар иһә киреһен раҫлай. Урман ҡырҡыусылар рәсми рәүештә теркәлгән умарта хужалыҡтарының биләмәһенә лә инеүҙән дә тартынмай тип билдәләй улар.

Урман ҡырҡыусыларҙың ҡомһоҙлоғон сикләргә кәрәк тигән фекерҙә Нуриман районы умартасылары һәм был дәүләт кимәлендә башҡарылырға тейеш. Юҡһа Башҡортостан данын тотош донъяға таратҡан йүкә балы йүкә урмандары менән бергә юҡҡа сығыуы ихтимал ти ҡорт ҡараусылар.

Был иһә Белорет районы. Республикала ҡырҡылған ағастың иң күп өлөшө тап Иҙел башына тура килә. Төбәктә ваҡ таҡта ярыу цехтары ла бихисап. Өфө районында заманса ағас эшкәртеү заводы эш башлауы районда ҡалдыҡтар мәсьәләһен ыңғай хәл итеү юлдарын асҡан.

Төбәктәге пилорамаларҙың ҡалдыҡтарын Кроношпан предприятиеһына илтеү Фаил Яҡупов өсөн ғаилә бизнесына әйләнгән. Тәүлегенә бер рейс эшләп өлгөрә. Быға тиклем гәрбилдәрҙе яндырырға тура килһә, хәҙер уларҙы эшкәртергә мөмкин тип шатлана егет. Шуға ул көн һайын тиерлек 600 саҡырымға яҡын юл үтергә лә әҙер

Белорет районында урман биләмәләрен иң эре ҡуртымға алыусыларҙың береһе, «Башлеспром» предприятиеһы ла хәҙер утынға ғына яраҡлы ағасты Краношпанға оҙата. Элек уларҙың байтаҡ өлөшө диләнкәләрҙә ятып ҡалған. Урманда инфекция һәм янғын хәүефе сығанағына әйләнгән. Әммә хәҙер хәл үҙгәрҙе, ике яҡлы килешеү нигеҙендә технологик сеймалға ла урын табылды ти предприятие етәксеһе.

Йүкәлектәрҙе ҡырыуҙың да, ҡалдыҡтар менән йөҙәр саҡырым юл үтеүҙең дә , диләнкәләрҙе технология сеймалынан һә тигәнсе таҙартып ҡуйыуҙың да сәбәбе бер- табыш алыу теләге. Аҡса тигәндә күптәр тауҙар аҡтарырға әҙер. Әммә табыш артынан ҡыуғанда ла намыҫыңды юғалтырға ярамай,- ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова.

Иҡтисади коньютура өсөн закон кәртә була алмауы бөтәһе өсөн дә мәғлүм. Ҡануниәтте урап үтеү юлдары барыбер табыла. Ә аңһыҙ рәүештә тәбиғәтте тәләфләүселәргә киләсәгебеҙ тураһында уйланырға һәм сараһын күрергә ваҡыт бар әле. Тик хозур Башҡортостаныбыҙҙың йәшел ҡалҡаны юҡҡа сыҡһа һуңға ҡалыуыбыҙ ҙа ихтимал.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин

Аҙна яңылыҡтары. Урманыбыҙҙы кем һаҡлар?

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна