Аҙна яңылыҡтары. Йыл һайын кәм тигәндә биш миллион ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға тейеш

Аҙна яңылыҡтары. Йыл һайын кәм тигәндә биш миллион ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға тейеш https://bash.news/news/36166_ana_yaylytary_jyl_ajyn_km_tignd_bish_million_ail_torla_sh
04 мар 2018, 22:58

Был турала Владимир Путин федераль Йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Ил башлығы әйтеүенсә, былтыр Рәсәйҙә 3 миллион ғаилә йорт туйлаған. Беҙҙең был күрһәткесте күпкә арттырыу мөмкинлеге бар, тине дәүләт етәксеһе. Бының өсөн йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөргә тейеш. Ә иң мөһиме халыҡтың килеме , һатып алыу мөмкинлеге лә артыуы шарт. Путин квадрат метрҙар тураһындағы хыялды тағы ла яҡыныраҡ ите-ү өсөн ипотека ставкаларын да кәметеү бурысы ҡуя. Банктар тәҡдим иткән проценттар һигеҙ, хатта етенән дә артмаҫҡа тейеш, тине ул.

Әле илдә ипотека ставкалары уртаса туғыҙ процент. Тәү ҡарашҡа бер нисә йыл элеккенән күпкә түбәнерәк. Тик нишләптер күпләп фатир алыу күҙәтелмәй. Йәштәр кеше фатирына аҡса түләп йәшәүҙе дауам итә бирә. Нимә тотҡарлай үҙ фатирың өсөн түләп йәшәргә? Ставкаларҙы ни тиклем түбән тәгәртеп буласаҡ һәм ҡасан фатир алыу отошлораҡ? Гөлназ Хәйбуллина торлаҡ сәйәсәтен төҫмөрләргә тырышты.

Айҙар менән Альбина Ғәлиевтар ғаиләһе ҡуртымға алынған фатирҙа икенсе йыл йәшәй. Шарттар бигүк уңайлы түгел, аш-һыу бүлмәһендә иркенләп йөрөп булмай, залы ла бәләкәй, барлыҡ мебель кешенеке. Етмәһә, эргәлә балалар баҡсаһы, мәктәп тә юҡ. Хәйер, йәш ата-әсә сабыйҙарының киләсәген хәстәрләп, үҙҙәренә ҡала үҙәгендә йорт һатып алырға була. Бәхеттәренә банк 9 ярым процент ставкаһы менән 2 миллион һумға ипотекаға инергә рөхсәт бирә, шулай ҙа тәүге иғәнә өсөн ғаилә башлығына тир түгеп эшләргә тура килә. Күсемһеҙ милек һатып алыу буйынса документтар әлегә Росреестрҙа, тиҙҙән ғаилә яңы фатир туйлаясаҡ.

Айҙар Ғәлиев: «Фатирҙы Степан Злобин урамынан алдыҡ. Унда инфраструктура үҫешкән. Яңы фатирҙа рәхәт булыр тип уйлайым. Аҡса йыйыуы ғына ҡыйыныраҡ булды, ҡуртымға алынған фатир өсөн дә түләргә кәрәк, балаға ла аҡса күп китә - алтын бала заманы тиҙәр бит».

Бөгөн Өфөлә ҡуртымға алынған бер бүлмәле фатир өсөн айлыҡ түләүҙәр уртаса 15 мең һум тип алғанда, ипотека упҡынына сумырға теләүселәрҙең күп булыуына аптырайһы түгел. Хәйер, кредит өсөн процент стафкалары ярайһы уҡ төштө. Тик финанс ойошмаға бурысты ҡайтарырға утыҙ йылға тиклем ваҡыт талап ителеүе мөмкин. Тулыһынса кредитты түләмәйенсә, шәхси милеккә лә тырнаҡ эсендә генә хужа балаһың. Шулай ҙа кеше фатиры өсөн түләгәнсе, үҙең дә ипотека алып фатирлы булыу күпкә яҡшыраҡтыр.

Банк ярҙамында торлаҡлы булыу - үҙе бер ҡатмарлы процесс. Эш урының бармы-юҡмы, ғаилә составың ниндәй - барыһы ла документаль яҡтан ҡарала. Хеҙмәт хаҡы ҙур роль уйнай, кредит өсөн айлыҡ түләүҙәрҙән ул кәмендә илле процентҡа күберәк булырға тейеш. Әйткәндәй, финанс ойошмалар араһында клиент өсөн көрәш тә бара, бер компания ипотека килешеүе төҙөүҙән баш тартһа ла, икенсеһе ризалыҡ биреүе ихтимал. Әлбиттә, юғарыраҡ процент ставкаһына. Әлегә республикала уның уртаса күләме 9 процент ярым тәшкил итә.

Радик Мәһәҙиев, ипотека брокеры: «Быйыл ғинуар һәм февраль айҙарында уҙған йыл менән сағыцштырғанда ипотека алыусылар һаны утыҙ процентҡа артты, йәш ғаиләләргә фатир һатып алғанда процент ставкалары тағы ла кәмей. Республикала ғаиләләргә тәүге бала тыуғанда өс йөҙ мең һумлыҡ матди ярҙамдың күрһәтелә башлауы ла ыңғай йоғонто яһаны».

Ғинуарҙан икенсе һәм өсөнсө балаһы тыуған ғаиләләргә ипотеканы льготалы шарттар буйынса, ни бары 6 процент ставка менән алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Төп шарттарҙың береһе - йорт беренсел торлаҡ баҙарында һатып алынырға тейеш. Быға өҫтәп, булған кредитты ла рефинанслау мөмкинлеге бар. Дәүләт тарафынан ипотеканың субсидияланыуы - төҙөлөш компаниялары өсөн дә уңайлы. Тимәк, яңы объекттарға һорау тағы ла артасаҡ. Һуңғы өс йылда Башҡортостанда яңы төҙөлгән фатирҙың бер квадрат метры өсөн уртаса хаҡ та тотороҡло һаҡлана (графика)

Рим Хәсәнов, күсемһеҙ милек агентлығы етәксеһе: «Үҙәк банкы мәғлүмәттәре буйынса, быйлы ипотека ике триллион һумдан күберәк бирергә уйлайҙар. Шуға күрә фатирҙарҙың хаҡы төшмәйәсәк, быйыл фатир һатып алырға кәрәк. 2019-2020 йылдарҙа яңы фатирҙарҙың хаҡы үҫәсәк. Сөнки яңы закондар бар. 1 июлдән төҙөлөш компанияларына яңы майҙандарҙы үҙләштереү ауырлаша».

Талаптар ысынлап та ҡәтғиләшә. Төҙөлөш секторында эшләгән ойошмалар яңы йорт күтәртергә теләй икән, проект хаҡының ун процентын башта үҙе ҡапларға тейеш буласаҡ. Устав капитал юҡ икән, төҙөлөшкә рөхсәт тә булмаясаҡ. Һөйөнөргәме-көйөнөргәме?! Уҙған йыл республикала 2016 йылға ҡарағанда яҡынса 9 процентҡа кәмерәк торлаҡ сафҡа индерелгән

Рөстәм Ахунов, иҡтисад фәндәре кандидаты: «Һуңғы ике-өс йылда ил халҡының реаль килеме кәмеүен күҙәтәбеҙ. Күптәрҙең фатир һатып алыуөсөн финанс мөмикнлеге юҡ. Айлыҡ килемдәре тәүге кәрәк-яраҡ өсөн генә китеп тора. Был, әлбиттә, торлаҡ баҙарына ла тәьҫир итмәй ҡалмай. Төҙөлөш секторында яңы объекттарҙы сафҡа индереү күләме төштө. Торлаҡҡа хаҡтарҙың үҫеше лә тотҡарланы. Шулай ҙа алдағы өс-дүрт йылда был киҫкен мәсьәлә хәл ителер тип көтөлә».

Был да үҙ сиратында ыңғай күренеш. Әйткәндәй, сафҡа индерелгән торлаҡтың яҡынса етмеш проценты өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың аҡсаһына күтәртелә, башлыса ипотекаға. Халыҡтың өлөшләтә төҙөлөшкә инеүе иһә иһә икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтарҙың төшөүенә килтерҙе. Хәйер, был уртаса ғына статистика. Ысынында, баш ҡала үҙәгендә әҙер фатирлы булыу күптәр өсөн тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Аҙна яңылыҡтары. Йыл һайын кәм тигәндә биш миллион ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға тейеш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна