Аҙна яңылыҡтары. Беренсе март башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнде

Аҙна яңылыҡтары. Беренсе март башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнде https://bash.news/news/36167_ana_yaylytary_berense_mart_bashort_aile_kn_bildlnde
04 мар 2018, 21:59

Ил үҫешенең төп йүнәлешен Владимир Путин ғаиләләрҙең етешлегендә һәм именлегендә күрә. Һәм был тик матди байлыҡҡа ғына ҡағылмай. Тәү сиратта әхлаҡи нигеҙҙәр ҙә нығынырға тейеш. Сөнки тулы булмаған ғаиләләргә шул уҡ ипотеканы ла биреп бармайҙар. Ә ундайҙар байтаҡ. Үткән аҙнала республика етәксеһе Башҡортостанда һәр икенсе ғаилә тулы түгел ,тип белдергәйне. Көнбайыш йәмғиәте булып ҡыланыу, үҙ асылыбыҙҙы онотоу шулай килтереп терәне. Хәҙер, елкәне тырнай-тырнай хатаны төҙәтер кәрәктер.

Беренсе март башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнде. Яңы байрам булыуға ҡарамаҫтан, уны билдәләргә теләүселәр күп булыуы ҡыуандыра. Хатта, был көндө никахтарын теркәүселәр ҙә булған. Ә был инде ситтән ингән изге Валентин тәьҫиренә лайыҡлы яуап. Башҡорт ғаиләләре һәм ҡиммәтәре тураһында Рәмилә Исмәғилева.

Көтөп алған ваҡиға өсөн улар ниндәйҙер серле матур дата, йәки изге Валентин көнөн һайламаған. Баймаҡ районында йәшәүсе Сәғитовтар никахын Башҡорт ғаиләһе көнөндә теркәй. Йәш парҙан тыш уларҙың яҡындары ла милли кейемдә һәм туй боронғо йолаларға таянып үткәрелә. Былтыр ғына барлыҡҡа килгән байрам быйыл бөтә республика кимәленә сыҡты. Башҡортостандың төп сәхнәһендә иләктән иләнгән телһөйәр һәм илһөйәр ғаиләләр.

Улар сәхнә йондоҙо түгел, әммә был ғаиләне бөтә Рәсәй белә тиһәк, хата булмаҫ. Интернет аша. Туҡһанышар йәшлек Ишбикә һәм Нурийән Абдразаҡовтар социаль селтәрҙә лә теркәлмәгән. Хеҙмәттәшебеҙ Илдар Байбулатов төшөргән ошо фото уларҙы танытты һәм фото меңдәрсә лайк йыйҙы. Күптән түгел ғаилә тормошоноң 70 йыллыҡ юбилейын билдәләне.Әбйәлил районының Хәлил ауылында йәшәүсе пар дүрт ул, ике ҡыҙ үҫтергән. Егерменән ашыу ейән, бүләсәләре бар.

70 йыл бергә йәшәп ҡара. Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт ултырышында республикала бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән һәр икенсе ғаилә тулы түгел тип билдәләгәйне. Ысынлап та, хафаға һалырлыҡ һан. Рәсәйҙә һәр өсөнсө бала законлы никахтан тыш тыуа һәм айырылышыуҙар һаны никахтар һанынан ашып китә. Был үҙ атаһы булмаған кеше тарафынан тәрбиәләнеүсе балалар һанының күбәйеүенә килтерә. Бындай хәл йыш осраҡта, балалар психикаһына кире йоғонто яһай. Ата-әсәһе аҡса түгеп яһалған туйҙан һуң йәштәр күп тә йәшәмәй бер береһенән туямы? Ғәйеп атта ла тәртәлә лә, тигәндәй. Ғаиләнең нигеҙе булмауҙа, ти эксперттар.

Демографик көрсөк шарттарында йәшәйбеҙ. Йылдан -йыл тыуым кәмеүгә таба барған һайын дәүләттән төрлө социаль ярҙам төрҙәре лә арта бара.Ғаилә институтын нығытыу, уның бәҫен күтәреү маҡсатында Башҡортостанда быйыл «Ғаилә йылы» иғлан ителде.

Ә йәштәр ғаилә ҡорорға ашыҡмай. Беҙҙә уртаса никахҡа инеү йәше 25-тән ашты. Көнбайышта иһә 30 йәштән һуң загс-ҡа баралар. Заман талаптарҙы үҙгәртә һәм матди байлыҡ туплау, карьера яһау, йәғни «кеше» булғас ҡына өйләнеү модала.

Яҙҙың тәүге көнөндә ойошторолған Башҡорт ғаиләһе көнө үтә лә китә, Ғаилә йылы ла елдәй елеп аҙағына етер. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә ғаилә ҡиммәттәрен өҫтөн ҡуйыусы комплекслы программа кәрәклеген билдәләй йәмәғәтселәр.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева

Аҙна яңылыҡтары. Беренсе март башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд