Иглин районы Һарт-Лабау ауылында саңғы ярышы үтте

Иглин районы Һарт-Лабау ауылында саңғы ярышы үтте https://bash.news/news/36199_iglin_rajony_artlabau_auylynda_say_yaryshy_tte
05 мар 2018, 15:41

Уны төбәктә йәшәүсе диндарҙар ойошторҙо. Быйыл икенсегә уҙған турнир халыҡ күпләп ҡатнашты.

Саңғы ярышы 100-ҙән ашыу спортсыны берләштерҙе. Сараның иң кесе ҡатнашыусыһы 5 йәштә булһа, иң өлкәне 76 йәштә. Ул Меңйетәр ауылынан Нурислам Иҙрисов.

Байрам ысын мәғәнәһендә ҡышҡы һабантуй майҙанын хәтерләтте. Саңғы ярышынан тыш, ҡатнашыусылар винтовканан атыу, шахмат-шашка кеүек интеллектуаль бәйгеләрҙә һынау тотто.

Сара һуңында еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр, миҙал, грамоталар менән бүләкләнде. Ярыш ауыл мәсетендә намаҙ уҡыу, вәғәздәр тыңлау менән тамамланды. Әйткәндәй, диндарҙар тарафынан ойошторолған спорт байрамы тик бының менән сикләнмәйәсәк. Алдағы көндәрҙә Дәүләкән районында самбо, ә Учалы ҡалаһында уҡтан атыу буйынса милли ярыш үтәсәк.

Авторы: Азат Ғәлиуллин

Иглин районы Һарт-Лабау ауылында саңғы ярышы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество