Баймак районы Икенсе Этҡол ауылында 60 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһы сафка инде

Баймак районы Икенсе Этҡол ауылында 60 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһы сафка инде https://bash.news/news/36217_bajmak_rajony_ikense_etol_auylynda_60_uryna_iplngn_yay_ba
03 мар 2018, 12:47

Ул бынан ике йыл элек файҙаланыуға тапшырылған социаль мәғариф комплексының икенсе сираты.

Амур һәм Гөлдәр Әминевтар ғаиләһе өсөн шатлыҡлы көндәрҙең береһе. Ғаилә башлығы үҙе, уның тормош иптәше ошонда эшле булһа, кескәйҙәр яңы асылған балалар баксаһына йөрөйәсәк. Якты, ҙур, иркен һәм бөтә заман талаптарына яуап биргән бинала өлкәндәргә эшләүе лә, ә сабыйҙарға йөрөүө ифрат та күңелле буласак.

Әлеге көндә комплекстын мәктәбендә 143 укыусы белем алһа, ә балалар баксаһына 60‐н ашыу бала йөрөйәсәк.

Стенд ап. Бына был үҙенсәлекле стенд ауыл тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Сәсән Мөхәмәтша Буранғолов ошо ауыл шәхестәре Хәмит һәм Ғәбит сәсәндәрҙән үлемһеҙ Урал батыр эпосын яҙып ала һәм башкорт халкының тағы бер күренекле улы Алдар батырҙың утары ла ошонан алыс түгел ерҙә урынлашкан.

Кескәйҙәргә тәрбиәүи стендтар баксанын һәр мөйөшөндә тиерлек куйылған. Тимәк сабыйҙарыбыҙ үҙ еренең тарихын бәләкәйҙән белеп уҫәсәк.

Ошо комплекс асылғандан алып бында ошо ауылдың арҙаҡлы шәхесе Азамат Тажетдиновтын якты иҫтәлегенә арналған көрәш буйынса төбәк ара турнир үткәреү йолаһы индерелде. Быйыл көрәш майҙанына республиканын көньяғынан килгән 100 ләгән батыр сыкты.

Ауылдың киләсәге социаль көнкүреш учреждениеларының эшләп тороуона ла бәйләнгән. Ә ул үҙ сиратында урында балалар һанының кәмемәүенән дә тора.

Авторы: Гөлнур Ишбулатова

Баймак районы Икенсе Этҡол ауылында 60 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһы сафка инде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа