Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ҡарамағында Республика ата-әсәләр комитеты ойошторолдо

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ҡарамағында Республика ата-әсәләр комитеты ойошторолдо https://bash.news/news/36218_bt_donya_bashorttary_oroltajy_aramaynda_respublika_ataslr
03 мар 2018, 23:15

Яңы ойошма мәктәп уҡыусыларының туған телдә белем алыуға һәм өйрәнеүгә хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк. Бөгөн Фатима Мостафина исемендәге 20-cе башҡорт гимназияһында комитеттың тәүге конференцияһы уҙғарылды. Унда район-ҡалаларҙан йөҙгә яҡын делегат ҡатнашты.

Ойошманың төп бурысы - төбәктең мәғариф учреждениелары менән тығыҙ бәйләнештә булыу, киләһе уҡыу йылына ата-әсәләрҙән башҡорт телен туған тел, йәки дәүләт теле булараҡ өйрәнелеүенә ғаризалар һанын арттырыу. Ғаиләләр менән төрлө мәҙәни, спорт саралары уҙғарып та, телде популярлаштырыу ҡаралған. Балаларға сифатлы белем биреү һәм милли рухта тәрбиәләү йүнәлешендә етди эш башҡарыласаҡ.

Әмир Ишемғолов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе: «Бөгөн беҙ Йәмәғәт палатаһы менән килешеү төҙөргә булдыҡ. Был документ нигеҙендә, ата-әсәләр комитеты райондарҙа филиалдар асасаҡ. Закон нигеҙендә эшләү еңелерәк була. Беҙ өмөт итәбеҙ ғаризалар артыр тип. Сөнки башҡорт теле ғаилә теле генә түгел, ул бөтә донъяға билдәле тел».

Республика ата-әсәләре комитеты башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре сифатын күтәреү буйынса уҡытыу пландарына тәҡдимдәрен дә индерергә йыйына. Бынан тыш улар башҡорт телен белгән логопед һәм психологтарға ҡытлыҡ мәсьәләһен дә хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Балаға телде өйрәтеүҙә тәжрибәле белгестәрҙең ярҙамы кәрәк. Был йәһәттән методик ҡулланмалар өҫтөндә лә эш алып барыу талап ителә.

Руслан Биккинин, республика ата-әсәләр комитеты ағзаһы: «Мәғариф өлкәһендә килеп сыҡҡан мәсьәләлрҙе хәл итер өсөн ата-әсәләр комитеты ойошторолдо. Ул мәктәп менән ғаилә араһында күпер һымаҡ буласаҡ. Ойошма составында тәжрибәле бристар һәм психологтар эшләйәсәк. Ата-әсәләргә улар ярҙам күрһәтәсәк».

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ҡарамағында Республика ата-әсәләр комитеты ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд