Ағиҙелдең һул ярында урынлашҡан Өфөнөң 34-се мәктәбе 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Ағиҙелдең һул ярында урынлашҡан Өфөнөң 34-се мәктәбе 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне https://bash.news/news/36221_aielde_ul_yarynda_urynlashan_fn_34se_mktbe_100_jylly_yubi
03 мар 2018, 23:05

Ҡасандыр сәйхана бинаһының ике бүлмәһендә эш башлаған белем усағы, бөгөн ЮНЕСКО ҡарамағында, һәм баш ҡаланың уңышлы мәктәптәре исемлегендә. Кооператив яланы биҫтәһенең 34-се мәктәбенә заманса йыһазландырылған бина 1999 йылда төҙөлгән.

Белем усағында «Тирмән комбинаты», «Аэропорт», «Геофизик», «Мокроусов» райондары балалары уҡый. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында госпиталь урынлаштырылған. Илебеҙҙең бер быуатлыҡ тарихы мәктәп яҙмышында ла сағыла. Белем усағы директоры Әмир Зәйнәғов әйтеүенсә, ошо йылдар эсендә мәктәптең үҙ йөҙө барлыҡҡа килгән. Ҡунаҡтар ҙа мәктәптәге йылы мөхитте билдәләп үтте. Сараға хеҙмәт ветерандары ла саҡырылғайны. Улар араһында ошо мәктәптә уҡыған һәм уҡытҡан СССР-ҙың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Борис Домашниковтың улы Виктор Борисович та бар ине. Байрам концертын дәртле йырҙар, мәктәптең «Ағиҙел» бейеү ансамбле сығышы биҙәне.

Авторы: Фаягөл Дәүләтйәрова

Ағиҙелдең һул ярында урынлашҡан Өфөнөң 34-се мәктәбе 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна