Мишкә районының 1-се урта мәктәбендә драматург, яҙыусы Флорид Бүләков тормошо һәм ижад юлына арналған музей асылды

Мишкә районының 1-се урта мәктәбендә драматург, яҙыусы Флорид Бүләков тормошо һәм ижад юлына арналған музей асылды https://bash.news/news/36224_mishk_rajonyny_1se_urta_mktbend_dramaturg_yayusy_florid_b
03 мар 2018, 22:45

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер йыл элек әҙип уҡыған белем усағы алдында мәрмәр таҡтаташ ҡуйылып, мәктәпкә Флорид Бүләков исеме бирелгәйне.

Яҡташтары яҙыусы уҡыған белем усағында музей булдырыу теләге менән күптән хыяллана. Йыл һайын драматург иҫтәлегенә әҙәби-мәҙәни кисәләр уҙғарып, күргәҙмәләр ойоштора. Флорид Бүләковтың туғандары, ижадташ дуҫтары, ауылдаштары ярҙамы менән айырым бүлмәлә музей булдырыла. Унда яҙыусының яҙма өҫтәле, төрлө йылдарҙағы фотолары, шәжәрәһе, китаптары, спектаклдәренән афишалары урын алған. Музейҙы асыу тантанаһында мәктәп уҡыусылары Флорид Миңлемулла улының әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыны. Шулай уҡ яҡташтары тарафынан бай йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләнгәйне. Осрашыуҙа яҙыусы-драматургтың ижадташ дуҫтары ла сығыш яһаны. Улар меңдәрҙең һөйөүен яулаған «Бибинур, ах, Бибинур», «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?» спектаклдәренең бөгөн дә республика, район театр сәхнәләрендә ҡуйылып,тамашасы һөйөүен яулауы, ә һәр бер геройының тормошсан, ә үҙе ихлас, ябай булыуын билдәләне.

Яҡташтары драматургтың тыуыуына 70 йыл тулыуға арнап, уҡыусылар араһында әҙәби конкурс иғлан иткән. Ҡатнашыусыларҙың күп булыуын иҫәпкә алып, төбәктә йәшәүселәр киләсәктә «Бүләков уҡыуҙары» кеүек әҙәби сараларҙы район-республика кимәлендә ойошторорға ниәтләй. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре драматургтың биографияһына нигеҙләнеп, үҙҙәре сценарий яҙып, үҙенсәлекле сәхнә әҫәре тәҡдим итте.

Авторы: Фәниә Юланова

Мишкә районының 1-се урта мәктәбендә драматург, яҙыусы Флорид Бүләков тормошо һәм ижад юлына арналған музей асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд