«Башҡортостан ҡыҙы» журналы республика гүзәл заттарын данланы

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы республика гүзәл заттарын данланы https://bash.news/news/36225_bashortostan_yy_zhurnaly_respublika_gzl_zattaryn_danlany
03 мар 2018, 22:02

Конгресс-Холлда баҫманың ярты быуатлыҡ юбилейы уңайынан ҙур тамаша үтте. Сараға килеүсе халыҡты фойела ойошторолған бай һәм үҙенсәлекле күргәҙмә ҡаршы алды. Экспозицияла халҡыбыҙҙың үткәнен, бөгөнгөһөн сағылдырған милли аш-һыу, аҫалы балаҫ, милли биҙәүестәр урын алғайны.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының 50 йыллығына арналған сараға килеүсе ҡунаҡтарҙы Өфө ағинәйҙәре йыр-моң менән ҡаршы алды. Баш ҡалала уҙғарылған бер генә мәҙәни сарананда ситтә ҡалмаған, һәр ваҡыт милли биҙәүестәрен тағып рух күтәренкелеген таратҡан «Селтәр» студияһын белмәгән кеше юҡтыр. Байрамҙа ҙур делегация булып килгән Әбйәлил районы Ташбулат ауылы ҡатын-ҡыҙҙары халыҡҡа мөнәжәттәрен еткерҙе.

Урында уҡ ҡунаҡтар аҫаба халыҡтың милли ризыҡтарынан да ауыҙ итте.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының 50 йыллығы уңайынан ойошторолған күргәҙмә ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле, сағыу һәм ҡыҙыҡлы булды. Бигерәк тә һуңғы ваҡытта модаға ингән милли биҙәүестәр айырым урын биләне. Экспозицияла шулай уҡ халҡыбыҙ нағыштары менән байытылған ҡурсаҡтар ҙа күп төрлө ине. Әйткәндәй, журнал коллективы ойошторған конкурс ҡатнашыусыларының ул ижад емеше

Өҫтәүенә, улар төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙанған, ил һәм республика тарихы үҫешенә үҙ өлөшөн индергән гүзәл заттар ҙа. Барыһын да бер маҡсат, «Башҡортостан ҡыҙы» тигән исем берләштерә.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының ярты быуатлыҡ юбилейы уңайынан ойошторолған күргәҙмә, ғөмүмән республика гүзәл заттарын данлау менән үҙенсәлекле булды. 1968 йылдан нәшер ителгән «Башҡортостан ҡыҙы» журналы бөгөн гүзәл заттарҙың ғына түгел, тотош ғаилә баҫмаһы булараҡ ҡабул ителә. Баҫма биттәре аша ижад емештәре, ҡул эше серҙәре, төрлө өлкә белгестәре кәңәше менән танышырға мөмкин.

Авторы: Азат Ғәлиуллин

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы республика гүзәл заттарын данланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа