Борайҙар сәнғәт донъяһына юл яра

Борайҙар сәнғәт донъяһына юл яра https://bash.news/news/36227_borajar_snt_donyayna_yul_yara
03 мар 2018, 19:49

Район үҙәгендә урынлашҡан «Танып-һыу» галереяһында һәүәҫкәр рәссамдарҙең тәүге күргәҙмәһе ойошторолдо.

Улар һынлы һәм декоратив-ҡулланма сәнғәт өлгөләрен тәҡдим итте. Ике тиҫтәнән ашыу картина төрлө стилдә һәм жанрҙа яҙылған. Бигерәк тә экспозицияла пейзаж, натюрморт, портреттар ҙур урынды биләй. Ижади эштәрҙә башлыса сағыу төҫтәр ҡуллынылған, йәй һәм ҡыш миҙгелдәре, район тәбиғәте, ауыл тормошо һүрәтләнгән. Борайҙа йәшәүселәр майлы буяуҙар, ҡәләмдәрҙән тыш, ҡайын ағасының ҡабығын, мүк, кейеҙҙе файҙаланып та матурлыҡ тыуҙырған. Әйткәндәй, «Танып-һыу» картина галереяһында төбәктә 2015 йылда сафҡа индерелә, ошо ваҡыт эсендә бында тиҫтәнән ашыу күргәҙмә уҙғарыла, унда республика, ил кимәлендә танылыу яулаған рәссамдарҙың эштәре ҡуйыла. Урындағы халыҡ араһында ла сәнғәткә ғашиҡтар күп. Киләсәктә лә уларҙың ижад өлгөләре экспозицияларҙы биҙәйәсәк,-тине райондың мәғариф бүлеге етәксеһе Илгиз Харисов.

«Танып-һыу» сәнғәт үҙәге өс залдан тора. Унда шулай уҡ халыҡ ижады күргәҙмәһе лә ойошторолған. Экспозицияларҙа туҡылған, бәйләнгән, сигелгән, тегелгән, нағышланған, һуғылған ҡул эштәре байтаҡ. Милли кейемдәрҙәге ҡурсаҡтарҙы, яһалма гөлләмәләрҙе, ағастан юнып яһалған һауыттарҙы ла күрергә мөмкин. Кесеһе лә, олоһо ла күргәҙмәне байытыуға тос өлөш индерә. Бигерәк тә Борай ауылы мәғариф учреждениелары ижади багаж менән уртаҡлашыуҙа әүҙемлек күрһәтә.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Борайҙар сәнғәт донъяһына юл яра

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд