Дыуан районының Таҙтүбә ауылында йәшәүсе Николай Скорынинға «Халыҡ һөнәрҙәре оҫтаһы» тигән исем бирелде

Дыуан районының Таҙтүбә ауылында йәшәүсе Николай Скорынинға «Халыҡ һөнәрҙәре оҫтаһы» тигән исем бирелде https://bash.news/news/36228_dyuan_rajonyny_tatb_auylynda_jshse_nikolaj_skorynina_xaly
03 мар 2018, 19:58

Оҫта ҡуллы башлыса ағастан төрлө уйынсыҡтар, әкиәт геройҙары эшләй. Уның ихатаһы, йорто ҡул эштәре менән тулы. Бәләкәйҙән был шөғөл менән мауыҡҡан Николай Скорыниндың эштәре республика халҡын ғына түгел, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында йәшәүселәрҙе лә һоҡландыра. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Николай Скорынин бай фантазияһын үҙенең ҡул эштәрендә сағылдыра. Оҫтаханаһынан көнө-төнө сыҡмай. Әлеге ваҡытта ул Көнсығыш календары буйынса йыл хужаһын эшләү өҫтөндә.

Николай Скорынин, халыҡ һөнәрҙәре оҫтаһы: «Урман-тауҙар араһында үҫкәс, тәбиғәткә тартылам. Шуғалыр ҙа бигерәк тә, ағастан төрлө әйберҙәр эшләү оҡшайҙыр.Һәр бер уйынсыҡтың үҙ тарихы. Сөнки уларҙы эшләү ваҡыт талап итә, барыһына ла күңелемде һалып башҡарам».

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Дыуан районының Таҙтүбә ауылында йәшәүсе Николай Скорынинға «Халыҡ һөнәрҙәре оҫтаһы» тигән исем бирелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа