Зәйнетдин Өфө сәхнәһен шаулатты

Зәйнетдин Өфө сәхнәһен шаулатты https://bash.news/news/36279_zjnetdin_f_sxnen_shaulatty
05 мар 2018, 22:01

Башҡортостандың төп концерт залында билдәле музыкант, Мәсетле районы егете Заһир Зәйнетдинов тәүге концерт программаһы менән сығыш яһаны. Тамашасы алдында ул донъяның тиҫтәнән ашыу музыка ҡоралдарында уйнаны.

Башҡортостандың Мәсетле районын ғына түгел, ғөмүмән, Зәйнетдиновтар нәҫелен ҡумыҙһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Улар Зәйнетдиндың шәхси концертында сәхнәгә күмәкләп тә сыҡты. Туғандарҙың сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Һуңғы ваҡытта киң билдәлелек яулаған Заһир Зәйнетдиновтың тәүге этно-шоу проектында ҡумыҙҙан тыш, донъяның тиҫтәнән ашыу музыка ҡоралдары яңғыраны. Шул иҫәптән әлбиттә, ҡурай.

Башҡорт халҡының милли уйын ҡоралынан ағылған моң һәр кемде әсир итте. Боронғо йырҙар заманса яңғыраны. Бер урында түҙеп ултыра алмаған тамашасы бейергә лә төштө. Ә ысынында иһә, Заһир, йәғни, Зәйнетдиндең атаһы яҡлап тотош нәҫелдәре оҫта гармунсылар ҙа.

Зәйнетдин башҡорт халыҡ йыр-моңдарын замансалаштырып башҡарған музыкант. Этно стиль йүнәлешендә ул йәштәрҙең генә түгел, оло быуын тамашасыларының да күңелен яулай. Башҡорт халыҡ моңон заманса башҡарыуҙан ғына ул халыҡтыҡы булыуҙан туҡтамай, шул уҡ ваҡытта уны күберәк аудиторияға ишеттерергә мөмкинлек бирә, тигән фекерҙә дуҫтары ла.

Заһирҙың тәүге этно-шоу проекты юғары кимәлдә ойошторолоуы менән үҙенсәлекле булды. Халыҡ тамаша бөткәс тә таралырға ашыҡманы. Залдағылар музыкантты аяғүрә баҫып алҡышланы. Ә Зәйнетдинды алда ҙур гастролдәр көтә. Талантлы яҡташыбыҙ артабан бер-нисә район-ҡалала сыҡыш яһағандан һуң, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаһына һәм Төркиә, Босния, Черногория илдәренә юлланасаҡ.

Авторы: Азат Ғәлиуллин

Зәйнетдин Өфө сәхнәһен шаулатты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа